+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Октябрь 2020, 12:45

Бөгөн, 29 октябрҙә илебеҙҙә Комсомол көнө билдәләнә.

Был күркәм дата артында эпоха, миллиондарса яҙмыш, яу һәм хеҙмәт йылъяҙмаһы тора.

Бөтә Рәсәй коммунистик йәштәр союзы 1918 йылдың 29 октябрендә ойошторола. 1977 йылдағы иҫәпләүҙәр буйынса, Советтар Союзында комсомол сафында 14-28 йәшлек 36 миллион граждан булған.
Заманында әүҙем, дәртле йәштәрҙе берләштергән, илһөйәрлек тойғоһо, ҙур, изге эштәргә ынтылыш уятҡан ВЛКСМ барлыҡҡа килеүенә 102 йыл тула. Совет осорондағы байтаҡ төҙөлөштәр, социаль мөһим объекттар комсомолдар ярҙамы менән ҡыҫҡа ваҡытта файҙаланыуға тапшырыла ине.
Комсомол тарихы илебеҙҙең тарихынан айырылғыһыҙ. Комсомолецтар илебеҙҙе фашистарҙан һаҡланы, ҡеүәтле предприятиелар һәм ҡалалар төҙөнө, йыһанды штурмланы, бик шәп йырҙар һәм шиғырҙар яҙҙы.
Комсомолец булыусыларға иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.



Читайте нас: