28 октябрҙә Рәсәй граждандар авиацияһында ҡалған берҙән-бер Ту-154 һуңғы рейсын үтәне. "Алроса" авиакомпанияһының RA-85757-се борт һанлы был һауа судноһы Мирный ҡалаһынан Новосибирскийҙағы Толмачево аэропортына ике сәғәтлек осош яһап, 140 пассажирҙы алып барҙы. Был самолет "Алроса"ла хеҙмәт иткән осоронда ғына ла барлығы 737 рейс эшләп, уларҙа 160 мең пассажирҙы йөрөткән.