Республика кимәлендә уҙғарылған сарала төбәктең бик күп райондарынан , шул иҫәптән Дәүләкән районының ике ауылы – Сергиополь һәм Соколовка ауылдарының алтын ҡуллы ҡорама ҡороу оҫталары ҡатнашты. Видеоконференция барышында унда ҡатнашыусылар бер-береһе менән был эштең нескәлектәре менән бүлеште, башҡаларҙан яңы ысулдар өйрәнде. Был сарала байтаҡ кеше ҡатнашыуы, халҡыбыҙҙың кәсептәре киләсәктә лә йәшәр, тигән ышаныс уятты.