Ингредиеттар:
Эремсек (творог) — 200 г
Алма — 2 ҙур
Йомортҡа — 2 шт
Он — 50 гр
Шәкәр — 50 гр
Ҡабартҡыс — 1 балғалаҡ
Әҙерләү:
Йомортҡа менән шәкәрҙе ҡабарғансы туғырға. Был массаға он һәм ҡабартҡысты ҡушып тағы оҙаҡ ҡына болғатырға. Хәҙер эремсек өҫтәйбеҙ һәм төйөрҙәре бөткәнсе туғыйбыҙ. Шунан алмаларҙы шаҡмаҡлап турап өҫтәп ебәрәбеҙ.