+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2020, 19:40

Ҡулдарында сағыу нурҙар уйнай...

Икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙең теләһә ҡайһы мөйөшөндә лә ысын матурлыҡ тыуҙыра белгән кешеләр йәшәй. Ундайҙар беҙҙең төбәктә лә бар. Яппар-Йәнбәк ауылында ғүмер итеүсе Мәүсилә Минебай ҡыҙы Ихсанова - ана шундай алтын ҡуллы оҫталарҙың береһе.

Ул 36 йыл мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт һалған, бөгөнгө көндә – хаҡлы ялда. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Уны Мерәҫ мәҙәниәт йортонда һәр саҡ көтөп алалар. Ҡул ҡаушырып ултырырға яратмаған ханым бәйләүгә, сигеү сигергә, ҡораманан төрлө япмалар тегергә маһир. Бөгөнгө көндә лә яҡындарына, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләү менән мәшғүл. Бәйләгән әйберҙәрен бүләк итергә ярата Мәүсилә Минебай ҡыҙы. Ҡәҙерле кешеләренең ҡул йылыһы һәм күҙ нурҙары ҡушып бәйләнгән йомшаҡ нимәләрҙе яҡындары ла яратып ҡабул итә.
Мәүсилә апай тормош иптәше Фәнил ағай менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, яҡшы тәрбиә биргәндәр. Бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәренең шатлығына ҡыуанып, уларҙы тәрбиәләшеп йәшәйҙәр. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауылдың иң әүҙем, тырыш, өлгөлө ғаиләһе.
Читайте нас: