Зарина Нәсим ҡыҙы Арыҫланова Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы күп профилле колледжда өсөнсө курста уҡый. Киләсәктә хоҡуҡ тәртибе һағында торасаҡ - суд өлкәһендә эшләйәсәк. Бәләкәйҙән үк ул шундай һөнәр һайларға хыяллана. Яңы Йәнбәк урта мәктәбендә 9-ы класты тамамлағас, ошо хыялы уны колледжға алып килә лә инде. Ата-әсә ҡыҙҙарының теләгенә ҡаршы төшмәй. Әлеге ваҡытта Зарина һөнәренең нескәлектәренә төшөнә, бының өсөн тырышып уҡырға, закондарҙың айышына төшөнөргә кәрәк. Ҡарағыҙ әле, форма уға ҡалай килешә! Һылыу ҡыҙға уңыштар, киләсәктә аҡ юлдар теләйбеҙ.