+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2020, 10:20

Янғында ике ҡатын һәләк ьулған

Башҡортостандың Дәүләкән районында булған янғын ике ҡатындың ғүмерен алып киткән.

Фажиғә кисә, 31октябрҙә, киске сәғәт туғыҙҙар тирәһендә Поляковка ауылында була. Ялҡын Йәштәр урамындағы бер ҡатлы, ике фатирлы йортто ялмап ала.
Фажиғә урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр көсө йүнәлтелә. Янғын һүндереүгә 7 дана техника һәм шәхси составтың 16 кешеһе ҡушыла.
Ярты сәғәт эсендә янғын һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны һүндергәндә, ҡотҡарыусылар һәләк булған ике ҡатынды таба
Янғындың сәбәптәре һәм уға килтергән шарттар асыҡлана. Урында оператив тәфтиш төркөмө һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй, тип хәбәр иттеләр РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас: