-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ноябрь 2020, 15:55

Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле

Соколовка ауылында йәшәүсе Сәүиә апай Ҡунафинаға хас был һүҙҙәр

Мин уны күберәге ауыл сәхнәһендә күрәм. Вокаль ансамбль составында ла йырлай, башҡа мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Иртәгә, 3 ноябрҙә, “Сәнғәт төнө” акцияһы үтә. Сәүиә апай кеүек һәләтле кешеләр ошондай күләмле саранан ситтә ҡаламы һуң инде?! Был юлы ул үҙенең ҡул эштәрен тәҡдим итә. Ғөмүмән, Сәүиә апайҙы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең тоғро ярҙамсыһы тиһәң дә хата түгелдер. Үҙенең белгәндәрен башҡаларға ла өйрәтә, кәрәк саҡта урынлы кәңәштәрен бирә. Ошондай ярҙамсылар булғанда эшләүе лә, йәшәүе лә күңеллерәк һәм еңелерәк, әлбиттә.
Читайте нас: