-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ноябрь 2020, 14:15

НИМӘ БУЛҒАН?

Ҡатындан уңмаған, ти бит. Аҡса бирмәй озлатҡан, ти бисәһе.

Ғәжәп ҡыҙыҡһыныусан беҙҙең халыҡ. Берәйһе мәрхүм булған тигән хәбәр таралыу менән һорауҙар яуа башлай.
– Һин ишетмәнеңме, фәлән үлгән, ти. Кеше араһында йөрөгәс, белә торғанһыңдыр. Нимә булған?
– Әйтә алмайымсы.
– Бахмурҙан булғандыр...
– Эскән кеше түгел ине бит.
– Өйҙә йәшереп кенә эскән, имеш. Әллә нисә тапҡыр личитсә лә ителгән, ти.
– Ата-а-а-ҡ! Бына кешегә ышан!
Бер көндө Өфөлә тағы бер милләттәшебеҙ донъя ҡуйыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Был хаҡта журналыбыҙҙың сайтында ҡайғы уртаҡлашыу бирҙек. Бер нисә минут үттеме-юҡмы, күптән хәбәрләшмәгән танышымдың телефоны тауыш бирҙе. Әллә хәл һорашты, әллә юҡ, һорауҙарын теҙә башланы.
– Шул үлеп ҡалған икән? Нимә булған? Шап-шаҡтай йөрөй ине. Әллә үҙ-үҙенә ҡул һалғанмы?
– Әйтә алмайым. – Шунан танышым үҙенең һүҙҙәрен теҙә башланы.
– Күп булһа, аҫылынғандыр. Ҡатындан уңмаған, ти бит. Аҡса бирмәй озлатҡан, ти бисәһе.
– Уларҙы яҡындан беләһеңме әллә?
– Ауылдашы беҙҙең менән эшләй, шул шулай, ти.
Был көндө тағы бер нисә кеше теге ағайҙың ни сәбәпле донъя ҡуйыуы менән ҡыҙыҡһынды.
...Ауылға ҡайттым. Таныш ағай менән һөйләшеп торғанда, телефоны шылтыраны. Уның ғәжәпләнгән йөҙөнә, теге кешегә “ҡасан?”, “нисек?” “нимә булған?” тигән һорауҙарын ишетеп, һүҙҙең нимә хаҡында барыуын аңлауы ҡыйын түгел ине. Һөйләшеүҙән туҡтағас, ағай миңә ҡарап:
– Фәлән үлеп ҡалған, ауылда ерләйҙәр, ти. Бөгөн алып ҡайталар? – тигәс, үҙем дә һиҙмәҫтән:
– Нимә булды икән? – тип һорап ҡуйҙым.
– Эсә ине шикелле. Ысынлап та, нимә булды икән? Ҡана яҡын туғандарынан һорашайым әле. – Ағай кемдеңдер телефон һандарын йыйҙы:
– Фәлән үлеп ҡалған, ти. Нимә булды икән?
Венер Исхаков.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/common_material/Nim-bul-an-524495/

Читайте нас: