Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Благовар районының Мирный ауылында бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә туғыҙ айлыҡ сабый вафат була. Был хәл 29 октябрҙән 30 октябргә ҡарай төндә була. Баланың үле кәүҙәһен иртән әсәһе таба.
Ул тиҙ ярҙам машинаһын һәм полиция хеҙмәтен саҡырта. Әммә баланы ҡотҡарып ҡала алмайҙар. Тикшереү барышында сабыйҙың башы ҡулдан яһалған бишек конструкцияһында, уның нигеҙе менән ян-яғы араһында ҡыҫылып ҡалыуы асыҡлана. Шуның һөҙөмтәһендә муйыны ҡыҫыла һәм бала быуылып үлә.
Элегерәк тәнендә быуып үлтереү эҙҙәре менән сабый табылыуы тураһында хәбәр иткәйнеләр. Әлеге фажиғә буйынса тикшереү эштәре алып барыла. Уның бөтә сәбәптәре лә асыҡланасаҡ.
Фото: ГорОбзор. ру интернет-баҫма сайтынан алынды.