+3 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
3 Ноября 2020, 16:55

Ябай сүлмәк

Әллә күпме хәтирәләр уятты...

Иҫкә төшөп китте әле
Һүрәттә күргәс сүлмәк,
Сүлмәктәге картуф тәме
Ауыҙға килгән һымаҡ.
Ап-аҡ мейес алдарында
Ултырыр ине сүлмәк.
Бер сүлмәк аш етмәй ҡала-
Бал-саға бит күмәк.
Утлы ҡуҙҙар төшөр ине
Самауырға күмергә.
Шул баласаҡ миҙгелдәре
Иҫтәремдә ғүмергә.
Читайте нас в