+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ноябрь 2020, 01:15

Ҡыр ҡаҙҙары артынан...

Ҡыр ҡаҙҙары ноябрь айы булыуға ҡарамаҫтан, әле һаман йылы яҡтарға осоп китмәгәндәр.Был турала ентекләберәк гәзитебеҙҙең сайтында уҡығыҙ.

Ҡыр ҡаҙҙары орнитологтар һәм һунарсыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Йорт ҡаҙҙарынан улар тышҡы ҡиәфәте, үҙҙәрен тотошо һәм йәшәү рәүеше менән айырыла. Тәбиғәттә был ҡоштарҙың 10-ға яҡын төрө осрай. Ҡыр ҡаҙҙары кеше эргәһенә яҡын килергә ҡурҡа, шуға уларҙы осратыуы бик еңелдән түгел, тип иҫбатлай фән.
Әммә Дәүләкән районы Горчак ауылынан Яҡуп Ғәлин төшөрөп алған видео был иҫбатлауҙы тулыһынса кире ҡаға. Ҡыр ҡаҙҙары ноябрь айы булыуға ҡарамаҫтан, әле һаман йылы яҡтарға осоп китмәгәндәре генә етмәгән, етмәһә, туғайҙа ғына түгел, ә ауыл уртаһына, кешеләрҙең йорттары эргәһенә үк туҡланырға килеп йөрөй икән. Нимә булды был тәбиғәткә, аптырарһың...
Һеҙҙең иғтибарға ошо видеоны тәҡдим итәбеҙ. Рәхәтләнеп ҡарағыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: