0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Ноябрь 2020, 12:40

Кис ултырып, энә тотоп

Лилиә Хиразова ысын сәнғәт әҫәрҙәре тыуҙыра

Уның сиккән әйберҙәре күҙ яуын ала. Ғәҙәти көндәрҙә Лилиә Камил ҡыҙы кешеләргә өйҙәрендә матурлыҡ тыуҙырырға ярҙам итә – биҙәкләү эштәре башҡара. Егәрле ҡатындың ҡулдары тейгән стеналарға, бүлмәләргә йәм керә, донъяларына нур өҫтәлә. Йорт хужалары уның эшенән һәр саҡ ҡәнәғәт ҡала.
Кистәрен оҫта ҡулына төҫлө ептәр, энә алып күңеленә ятҡан шөғөлөнә тотона – рәхәтләнеп сигә. Уның ҡул эштәрендә тәбиғәт күренештәре, сәскәләр, гөлләмәләр сағыла. Күберәк асыҡ төҫтәр өҫтөнлөк иткән сигеүҙәр стенаны биҙәп кенә ҡалмай, килгән кешеләрҙә һоҡланыу уята.
Читайте нас: