Күңелле мәл. Әсәле-ҡыҙлы Рита менән Гөлсәсәк Талиповаларҙың ҡаҙ йолҡоуҙарын күреүе үҙе бер кинәнес. Бәпкәләрҙе ҡарғаларҙан һаҡлап, йәй буйы ҡарап үҫтереп, инде апаруҡ һимергән аҡ ҡаҙҙар һуйылып, ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға һалына.Ҡар яуғанын көтөп ултырмай хәҙер уңғандар. Һәр йортта туңдырғыс камера бар, шуға эште бөтөрә һалалар.
Ҡаҙ өмәһе мәшәҡәтле, әммә күңелгә кинәнес бирә торған матур эш. Эш кенә лә түгел, электән килгән матур йола. Ҡаҙ йөнөнән ап-аҡ мендәрҙәр яһала, ҡаҙ майы менән белен майлана, эсәктәре тәпәйгә урала. Ә ҡаҙ бәлеше һуң ни тора! Үҙ тырышлығың менән үҫтергән малдан да бәрәкәтле нимә юҡ. Хужабикәләргә өмәнән һуң матур ял теләйек.