-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2020, 01:00

Студенттар кешеләр ғүмере өсөн көрәшә

Регина Рәхимова - буласаҡ враәч, шуға ковид-госпиталдә эшләүҙе һайлаған

Ул БДМУ-ның 6 курсында уҡый.Дәүләкән ҡыҙы 5-се гимназияны тамамлаған. Коронавирус эпидемияһының тәүге тулҡыны башланғас, ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушыла. Пенсионерҙарға, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә аҙыҡ-түлек, тәү сиратта кәрәкле тауарҙар ташыйҙар. Шулай уҡ БДМУ-ның колл-үҙөгендә аҙыҡ-түлек килтереүгә телефондан заявкалар ҡабул итә. Бөгөн иһә Регина Өфө ҡалаһындағы 18-се дауахананың ковид-госпиталендә эшләп йөрөй.
- Йәшермәйем, башта ауыр булды, - ти ул - Яйлап күнегеп киттем. Реанимацияла эшләү еңелдән түгел, әлбиттә. Ҡыҙыл зона тип яҙылған ишек артында үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған ауыр сирлеләр ята. Һауығып сыҡҡандар өсөн ихлас ҡыуанабыҙ, хеҙмәтемдең һөҙөмтәһе ыңғай булғанда бигерәк тә шатлыҡлы. Һәр кем инфекцион сирҙән һаҡланһын ине тип теләйем.
Буласаҡ медиктар бөгөндән кешеләр һаулығын һаҡларға баҫҡан. Башҡаса улар булдыра ла алмай.
Читайте нас: