+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2020, 00:00

Дәүләкән һылыуҡайы Регина

Октябрьский ҡалаһындағы конкурс йәш таланттарҙы асыҡланы

Регина Ғәлиева Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназия-интернатын алтын миҙалға тамамлай.Бөгөн ул Мәскәү финанс-иҡтисади университетында уҡып йөрөй. Быйыл ул "Һылыуҡай" конкурсында үҙен һынап ҡарамаҡсы була. Республика кимәлендәге конкурсҡа әҙерлек күп тырышлыҡ талап итә, әлбиттә. Әммә тырыш, һәләтле Регина ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалырға өйрәнмәгән. Ҡыҙ ең һыҙғанып конкурсҡа әҙерләнә башлай. Сәхнәлә үҙеңде нисек тоторға, үҙең менән нисек таныштырырға, жюри алдында ҡаушап ҡалмаҫ өсөн нимәләр эшләргә кәрәклегенә төшөнә.
6 ноябрҙә Октябрьский ҡалаһында "Һылыуҡай" конкурсы үтте. Регина Ғәлиева хаҡлы рәүештә өсөнсө урын яуланы. Беҙ, дәүләкәндәр, яҡташыбыҙҙың уңышына һөйөнәбеҙ, киләсәктә йәнә яңы бейеклектәргә үрләүен теләйбеҙ.
Читайте нас: