+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2020, 19:10

Барыбыҙ ҙа яратҡан ваҡ бәлеш

(12 кешегә әҙерләү рецебы)

Ҡамыр яһау өсөн: 500 грамм он, 260 мл һөт, 15 грамм сүпрә, бер бал ҡалағы тоҙ, 1,5 бал ҡалағы шәкәр ҡомо, 60 грамм аҡ май һәм 3 ҡалаҡ көнбағыш майы кәрәк буласаҡ.
Эслек өсөн 400 грамм һыйыр ите, бер баш һуған, бер сәй ҡалағы тоҙ һәм бер семтем ҡара борос алына.

Һыйыр итенән тыш башҡа төрлө бүтән ит тә алырға мөмкин.

Һауытҡа он, һөт һалығыҙ, аҡ май өҫтәгеҙ, сүпрә, шәкәр ҡомо ҡушығыҙ, тоҙ һалып барыһын бергә болғатығыҙ һәм ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамыр әҙер булғас, уға өс ҡалаҡ көнбағыш майы ҡушығыҙ.

Табаҡтағы ҡамырҙың өҫтөн ҡаплағыҙ ҙа, ҡабартыу өсөн, бер сәғәткә йылы урынға ҡуйығыҙ (күләме 2 тапҡырға артырға тейеш).

Был ваҡытта эслек әҙерләргә тотоноғоҙ. Бының өсөн ит менән һуғанды иттартҡыстан сығарығыҙ һәм тоҙ, борос һалып яҡшы итеп болғатығыҙ. Әгәр ит ҡорораҡ күренһә, аҙыраҡ һыу өҫтәргә мөмкин.

Ҡамырҙы он һибелгән таҡтаға ҡуйығыҙ. Унан бысаҡ менән киҫкеләп 70-75 граммлы өлөштәргә бүлегеҙ. Шуларҙан 15-16 сантиметрлы йәймәләр яһағыҙ. Йәймәнең уртаһына 43-45 грамм әҙер ит фаршы һалығыҙ һәм уны йәйеп баҫҡылап ҡуйығыҙ.

Ҡамырҙың ҡырыйҙарын күтәреп, түңәрәк һауыт һымаҡ итеп бөрөп сығығыҙ (уртаһында 3 см. диаметрлы тишек ҡалһын).

Табаны шыйыҡ май менән майлағыҙ ҙа, ваҡ бәлештәрҙе шунда теҙеп сығығыҙ. Ике йомортҡа һарыһын туғып, өҫтөнә һөртөгөҙ.

Барыһы ла әҙер булғас, табаны 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә ҡуйып, 25-30 минут тоторға.


Читайте нас: