Горчак ауылы егете тимерҙән хужалыҡта кәрәкле төрлө әйберҙәр яһай. Яҡташыбыҙ әлеге фотоһүрәттә шашлык бешереү өсөн яһаған мангалын тәҡдим итә. Ҡарағыҙ әле, ҡалай уңайлы итеп эшләнгән. Әҙер шашлыкты һалыр өсөн һауыт ҡуйырға урыны ла бар, күмер алырға һоҫҡоһо ла ошонда, төтөн дә торба буйлап китә. Ә матурлығы ни тора. Оҫта барҙа ҡулың тый тип ололар белеп әйткән.