+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2020, 21:35

Алдағы көндәрҙә һауа торошо ниндәй буласаҡ

10 ноябрҙә көндөҙ һауа температураһы +1... -4 градус буласаҡ.

Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын.
Шаршамбы, 11 ноябрҙә, төнөн ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ көтөлә. Төнөн һауа температураһы -3... -8 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ синоптиктар +1... -4 градус вәғәҙәләй. Ел шулай уҡ талғын буласаҡ, әммә йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртәсәк.
12 ноябрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Һауа температураһы -5... -10, аяҙытҡанда -12...-17 градусҡа тиклем төшә. Көндөҙ термометрҙар -1... -6 градус күрһәтәсәк. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: