+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2020, 11:45

Беҙҙең хеҙмәт ауыр ҙа, яуаплы ла

Фуат Әхмәҙуллин коллегаларын һөнәри байрамдары менән ҡотлай

Бына инде егерме йылдан ашыу ул кешеләр хәүефһеҙлеге, йәмәғәт тәртибе һағында тора. 2000 йылда өс ай Чечняла тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнаша. Әйтеүе еңел, әлбиттә, ә был айҙар эсендә ғаиләһенә күпме ут йоторға, дүрт күҙ менән тигәндәй ҡәҙерле кешеләренең иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын көтөргә тура килә. Ошо өс ай йыл һымаҡ тойола ғаилә ағзаларына. Хәҙер инде был борсолоуҙар артта ҡалған.
Фуат Лотфулла улы бөгөн Өфө ҡалаһының Октябрьский районында эске эштәр бүлегендә хеҙмәт һала. Эшенә намыҫлы ҡарауы, фиҙакәр хеҙмәте өсөн бихисап Почет грамоталары менән наградланған. Әммә уның өсөн иң ҡәҙерлеһе– Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы тарафынан Рәсәй полицияһының 300 йыллығына ҡарата тапшырылған юбилей миҙалы.
Хеҙмәт иткән осоронда ниндәй генә хәл-ваҡиғаларға осрарға, ниндәй генә конфликттарҙы хәл итергә тура килмәй Фуат Лотфулла улына. Һәр осраҡта ла хеҙмәткәр бәхәсле мәлдәрҙе ыңғай хәл итергә ынтыла, кешеләрҙең яҙмышы менән шаярырға ярамағанлығын яҡшы аңлай. Төрлө мәлдәр була, үҫмерҙәрҙең енәйәт юлына баҫыуы, яңылыш аҙым яһауҙары айырыуса борсой уны, сөнки ул үҙе – өс бала атаһы. Ҡатыны Венера Рәжәп ҡыҙы менән уларҙы оло тормош юлына сығарыу өсөн бар көстәрен, тырышлығын һалған ғаилә бит улар. Үҙенең балалары йәшендәге генә йәштәрҙең тимер рәшәткә артына эләгеүҙәренә йөрәге әрнеһә лә, бер ни ҡылып булмаған саҡтар була. Ул йәмәғәт тәртибен һаҡларға бурыслы – вазифаһы шулай ҡуша. Ауыр, яуаплы хеҙмәтенең ҡыуаныслы минуттары ла күп. Әйтәйек, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең рәхмәте генә ни тора! Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Ауыр хеҙмәт көнөнән һуң йылы ғаилә усағына ашҡыныу, унда һине көтөп тороусылар барын тойоу үҙе ҙур бәхет.
Әхмәҙуллиндар ғаилә башлығының һөнәри байрамын билдәләмәйенсә ҡалмай. Яҡын дуҫтарынан, туғандарынан, коллегаларынан ҡотлауҙар ҡабул итә бөгөн Фуат Лотфулла улы һәм үҙе лә ошо изге теләктәргә ҡушыла, хеҙмәттәштәренә именлек, тыныслыҡ, ышаныслы дуҫтар теләй.
Читайте нас: