Бөгөн, 10 ноябрҙә, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлегенең шәхси составын бүлек начальнигы Р. К. Тимербаев ҡотланы һәм иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә лайыҡлы бүләктәр тапшырҙы.
БР буйынса эске эштәр министры полиция генерал-лейтенанты Р. В. Деев приказы менән полицияның өлкән лейтенанты Анастасия Яковлеваға, полиция лейтенанты Артур Мусинға, полицияның кесе лейтенанты Владислав Минәхмәдовҡа сираттағы офицер званиелары бирелде.
Шулай уҡ министр бойороғо менән полицияның өлкән лейтенанты Ольга Абдуллинаға рәхмәт еткерелде, полиция лейтенанты Николай Романов ҡала ҡиммәтле бүләк тапшырылды. Бурыстарын яуаплы үтәгәндәре, оператив эштә күрһәткән юғары күрһәткестәре өсөн Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлеге начальнигы бойороғо менән хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайһыларына Почет грамоталары тапшырылды һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Бүләкләнгәндәр ҙең күбеһе законлылыҡ һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса эш урындарында булғанлыҡтан, бүләкләү тантанаһында ҡатнаша алманы.
Коронавирус инфекцияһы хәүефе янағанлыҡтан, сара Дәүләкәндең эске эштәр бүлеге ҡаршыһындағы плацта бөтә хәүефһеҙлек талаптарын да күҙәтеп уҙғарылды.
Галина Бурдилева.