-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2020, 23:55

Дүртенсегә әсәй буласаҡ

Яратҡан йырсыбыҙ кем көтә?

Гүзәл Уразова инстраграмда үҙенең дүртенсегә бәпәй көтөүе хаҡында белдергән ине. Оло ҡыҙҙары ҙур сәхнәлә сығыш яһап, ата-әсәне һөйөндөрөп тә өлгөрҙө. Бер концерты барышында сәхнәлә Гүзәл үҙе: " Әлдә ярай өсөнсөһө малай булды, юғиһә дүртенсегә йәнә бәпәй табырға булыр ине". - тигәйне шаяртып. Был һүҙҙәре Аллаһының аминь тигән сағына тура килгән. Хәҙер инде тамашасыларҙы яратҡан йырсыларының ҡыҙ табасаҡмы, әллә малай буласаҡмы тигән һорау ҡыҙыҡһындыра. Ә Гүзәлдең үҙенең иһә был һорауға яуабы әҙер:"Кем булһа ла, беҙгә был сабый Хоҙай бүләге".
Читайте нас: