-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2020, 16:30

Һөнәре - кешеләр тыныслығын һаҡлау

10 ноябрь - Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре көнө

Ошо уңайҙан райондың эске эштәр бүлегендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе байрам менән ҡотлап китәбеҙ. Уларға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете, хеҙмәттәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Һеҙҙе уларҙың бер нисәһе менән таныштырып китәбеҙ.
Бахтин Виталий Сергеевич.
1989 йылда тыуған. Юриспруденция һөнәре буйынса юғары юридик белемле. 2014 йылда Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы филиалы - Башҡортостан Социаль технологиялар институтын тамамлаған. 2016 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса. бүлегенә эшкә урынлаша. Бөгөнгө көндә полицияның участка оперуполномоченныйы, полицияның өлкән лейтенанты. Ул хеҙмәтләндергән участкаға дөйөм халҡының һаны өс меңдән ашҡан 13 ауыл Советы инә.
Байрам уңайынан ҡотлап, уға сәләмәтлек, уңыштар, алдағы хеҙмәтендә тынғыһыҙ эштәренең артта ҡалыуын, күңелендә тыныслыҡ урынлашыуын теләйбеҙ. Яҡындарының, туғандарының күңел йылыһы һүрелмәй һәр саҡ һалҡындарҙан һаҡлаһын.
Читайте нас: