Ошо уңайҙан райондың эске эштәр бүлегендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе байрам менән ҡотлап китәбеҙ. Уларға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете, хеҙмәттәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Һеҙҙе уларҙың бер нисәһе менән таныштырып китәбеҙ.
Романов Николай Геннадьевич.
Эске эштәр органдарында 2003 йылдан алып хеҙмәт итә. Өлкән участка оперуполномоченныйы. Тормош иптәше Гөлнара Рим ҡыҙы менән Виктория, Екатерина исемле ике ҡыҙ һәм Александр исемле ул үҫтерәләр. Өлгөлө ғаилә башлығы, яҡшы тормош иптәше һәм яратҡан атай. Бынан тыш алтын ҡуллы ир уҙаманы. Нимәгә тотонһа, ҡулынан шул килә.
Хеҙмәтташтәре уның һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы яуаплы хеҙмәткәр булыуын билдәләй.