Республиканың ҡайһы бер райондарында, шулай уҡ Дәүләкәндә лә ҡар яуҙы. Синоптиктар көндөҙ ҙә, төнөн дә һалҡын температура күҙаллай. Тимәк, юлдарҙа боҙлауыҡ буласаҡ һәм юл-транспорт ваҡиғалары йышаясаҡ.
Үткән аҙнала ғына, 2 ноябрҙән 8 ноябргә тиклем, Дәүләкән ҡалаһы Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре биш юл-транспорт ваҡиғаһын һәм 250 административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлаған.
Киң таралған һәм хәүефле хоҡуҡ боҙоуҙар:
- хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмайынса йөрөү (10 кеше тотолған);
- ҡаршы хәрәкәт итеү юлына сығыу (туғыҙ кеше тотолған);
- иҫерек килеш руль артына ултырыу (ете кеше тотолған);
- автомобиль йөрөтөүгә таныҡлығы булмаған өсөн (өс кеше тотолған);
- балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн (ике кеше тотолған);
- тимер юлы аша үткәндә ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн (бер кеше тотолған).
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.