+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2020, 14:50

Төндә доллар эҙләп...

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 10 ноябрҙә киске сәғәт 9-ҙа “Пятница” каналында күрһәтелгән “Орел и решка” тапшырыуы Башҡортостанға арналғайны.

Унда Регина Тодоренко менән Тимур Родригез Иглин районының Иван-Казанка ауылы ситендәге ташландыҡ йортта 100 долларлыҡ купюраны йәшергәйне.
Тапшырыуҙағы ошо хәлде ишеткән-күргән урындағы йәштәр Бенджамин Франклин һүрәте төшөрөлгән “йәшел ҡағыҙ”ҙы эҙләргә ашыҡҡан. Был хаҡта “Башинформ” агентлығына ваҡиғаға шаһит Мария Пестрикова хәбәр иткән.
Баҡтиһәң, доллар эҙләүселәрҙе ваҡыттың һуң булыуы, һалҡын төн һәм хатта туҡтауһыҙ яуған ҡар ҙа туҡтата алмаған. Улар фонарҙар һәм мобиль телефондар уты ярҙамында купюраны эҙләгән, әммә таба алмаған. Һөҙөмтәлә еңел байығырға теләүселәр 100 долларҙы тапшырыу эфирға сыҡҡанға тиклем үк тапҡандарҙыр, тигән фекергә килгән.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: