+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ноябрь 2020, 13:35

Дәүләкән районында егәрле кешеләр күп

Дәүләкән районы Алға ауыл Советының Ҡоръятмаҫ ауылы Асылыкүлгә яҡын, бик матур ерҙә урынлашҡан. Бында эш һөйөүсән, тырыш халыҡ йәшәй. Улар араһында Ринат Вәлиуллин да бар.

Уның фермерлыҡ стажы - һигеҙ йыл. Ул эшен 2012 йылда башҡа ауылдаштары кеүек үк эре мөгөҙлө мал аҫрауҙан башлай.
Һөнәре буйынса ул - тракторсы. Бер нисә йыл Әлшәй районында хеҙмәт һалған. "Тыуған яҡ үҙенә тартты, - ти Ринат, - шулай уҡ ундағы эш шарттары ла бик ҡәнәғәтләнерлек түгел ине". Ул - төплө аҡыллы һәм тәүәккәл кеше. Тыуған ауылына ҡайтып, атаһының йорто менән йәнәш ҙур йорт төҙөп инә. Өлкән быуын менән бергә йәшаүе лә, эшләүе лә күңелле һам еңелерәк. Ата-әсәһе ҡулдарынан килгән тиклем ярҙам итә. Әсәһе ейәндәрен тәрбиәләшә, атаһы мал-тыуар ҡараша. Уларҙың 6 һауын һыйыры бар, тағы 14 орғасы быҙау үҫеп килә, 7 баш мал һимертеүгә ҡуйылған. Ринат үҙе иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ғүмерен баҫыуҙа уҙғара: ер һөрә, тырмата, сәсә, уңыш йыя һәм башҡа агротехник саралар менән шөғөлләнә. Эштәре көн дауамына етерлек. Үҙенең фермаһындағы малдарҙы аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн, 2017 йылда ҡуртымға 72 гектар ер ала. Әле иһә фермер 350 гектар ер эшкәртә. Уға эшселәр ярҙамлаша. Арыш, арпа сәсәләр, быйыл көнбағыш уңышы ла яҡшы булған. Уны Шишмә май һығыу заводы ҙур теләк менән ҡабул итә. Бесән һәм һалам да үҙҙәренеке. Алынған килемде алдағы үҫешкә йүнәлтелтәләр. Техниканан хужалыҡта ике трактор, һиптерткес, сәскес, йыйыусы-пресс, сапҡыс бар. Бөтә техниканы ла Ринат үҙе йүнәтә.
Биш йәшлек улы Айбулат атаһының эшләгәнен ҡарап торорға ярата. Ҡеүәтле трактор кабинаһында уның менән йәнәш ултырып, баҫыуға барыу, тәҙрәнән икһеҙ-сикһеҙ киң баҫыуҙарҙы, унда кешеләр тырышлығы менән ултыртылған игендәрҙең өлгөрөп килеүен күҙәтеү малайға айырыуса . Кем белә, бәлки киләсәктә ул ғаилә эшен дауам итер һәм Ҡоръятмаҫ ауылында ауыл хеҙмәтсәндәренең яңы династияһы барлыҡҡа килер.
Галина Бурдилева.
Читайте нас: