-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ноябрь 2020, 11:49

Константин Толкачев Башҡортостанда экстремизм күренештәре тураһында рәсми белдереү яһаны

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе рәсми белдереү менән сығыш яһаны

Унда һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә ҡайһы бер кешеләрҙең милләт-ара һәм конфессия-ара ыҙғыш тыуҙырырға тырышыуын билдәләне һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына экстремизмды иҫкәртеү сараларын күрергә ҡушты:
«Башҡортостан Республикаһы өсөн милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр мөһим әһәмиәткә эйә. Республикала йәшәгән халыҡтар илебеҙҙең яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тоя һәм үҙ-ара килешеп йәшәү һәм эшләү өсөн тел һәм дин айырмалыҡтары ҡаршылыҡ булып тормауын раҫлай. Башҡортостан – халыҡтар дуҫлығы өлгөһө, Рәсәй дәүләтселегенең ышаныслы терәге.
Башҡортостанда йәшәүселәр республиканың һәр яҡлап уңайлы һәм хәүефһеҙ территория булып ҡалыуын, төрлө милләт һәм төрлө дин вәкилдәренә хөрмәт менән ҡараған төбәк булыуын теләй.
Әйтеп китергә кәрәк, шул уҡ ваҡытта республикала дуҫлыҡты һәм килешеүсәнлекте боҙоуҙы маҡсат итеп ҡуйған, күп милләтле йәмғиәтебеҙҙә дошманлыҡ һәм ышанмаусанлыҡ орлоҡтары сәсергә теләгән аҙ һанлы төркөмдәр ҙә юҡ түгел. Айырым эшмәкәрҙәр, теге йәки был халыҡтың үҙенсәлекле сифаттарын айырып, уны пропагандалауға бара. Социаль селтәрҙәрҙә радикалдар ялған мәғлүмәттәр тарата, алдай, халыҡ һәм гражданлыҡ йәмғиәте менән уртаҡ бер нимәһе лә булмаған аҫтыртын эштәрен башҡара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был интригалар ауына йәнәһе лә «ҡыйырһытылған һәм ҡыҫырыҡланған» милләте вәкилдәрен «яҡларға» тырышҡан йәштәребеҙ эләгә. Бер ниндәй бурыс йөкмәтмәһәләр ҙә, йыш ҡына улар халыҡ исеменән шикле белдереүҙәр менән сығыш яһай. «Православие тәреләрен бәреп төшөрөргә» һымаҡ абсурд саҡырыуҙар, көнкүреш кофликттарға милләт-ара характерындағы төҫ биреү - «ни тиклем насарырыаҡ – шул тиклем яҡшыраҡ» принцибы буйынса йәшәгән кешеләрҙең ябай миҫалы был.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беҙҙең күп милләтле республикабыҙҙа халыҡтарҙы талаштырыуға йүнәлтелгән эш-ғәмәлдәрҙең береһе лә барып сыҡмаясағына ышана. Ошондай осраҡтарҙа беҙ вайымһыҙлыҡ күрһәтергә тейеш түгелбеҙ, бындай ғәмәлдәргә үҙ ҡарашыбыҙҙы белдерергә кәрәк.
Беҙ хоҡуҡ һаҡлау органдарына нәфрәтте һәм экстремизмды иҫкәртеү буйынса эште әүҙемерәк алып барырға саҡырып мөрәжәғәт итәбеҙ. Был насарлыҡҡа баштан уҡ сик ҡуйырға кәрәк.
Беҙ милли-мәҙәни берләшмәләр һәм конфессиялар лидерҙарын этноконфессиональ йәһәттән провокацияларҙы ваҡытында туҡтатырға саҡырабыҙ. Тыуған илебеҙҙең именлеген һәм ҡеүәтен арттырған кешеләр өсөн был бигерәк тә мөһим.
Интеллегенция вәкилдәренә, киң мәғлүмәт сараларына, эксперт ойошмаларға һәм йәмәғәт фекере лидерҙарына йәмғиәтебеҙҙә күрә алмаусанлыҡ уятырға теләүселәргә битараф ҡалмауығыҙҙы үтенеп мөрәжәғәт итәбеҙ. Беҙҙең бурыс – радикалдарҙың ҡырын эштәренә ҡаршы тороу, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, йәмғиәттәге тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыу».
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: