Әммә һаҡһыҙлыҡ саралары тураһында оноторға ярамай. Газ ҡаҙанын тулыһынса асып, өйҙән сығып китмәгеҙ. Температураның кинәт күтәрелеүе фажиғәгә килтереүе ихтимал. Торбаларҙа йыйылған артыҡ һауаны сығарырға онотмағыҙ. Йылы торба буйлап китмәгәнлектән, торбаның бер өлөшө шул тиклем ҡыҙа, тотонорлоҡ та булмай хатта. Газ ныҡ һаҡлыҡ талап итә, быны иҫтән сығармаһағыҙ ине. Мөрйәләрҙәге тартыу көсөн даими тикшерегеҙ. Һөрөм төтөнөнән ағыуланыу осраҡтары тураһында әленән-әле ишетелеп тора. Үҙегеҙҙең дә, яҡындарығыҙҙың да ғүмерен һаҡлағыҙ.