+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2020, 23:00

Һалдат ҡайышы таҡтылар

Бөгөн - Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө.

Рәсәйҙә көҙгө саҡырылыш кампанияһы дауам итә. Быйыл республикабыҙҙан дүрт меңдән ашыу егет әрмегә алынырға тейеш.
Беҙҙең райондан да әрме сафтарына саҡырылыусы егеттәребеҙ байтаҡ. Улар араһында Никифоров Артем, Ивановка ауылынан Стретенский Иван Владимирович, Филяев Андрей Константинович, Поляковканан Ҡаһарманов Артур, Суйынсы ауылынан Әхмәҙуллин Денис, Буранғолдан Эмиль Шәйхетдиновтар бар.
Иван Стретенский Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһында, 4-се Кантимиров гвардия танк дивизияһының 275-се үҙйөрөшлө артиллерия полкында хеҙмәт итә.
Андрей Филяев Мәскәү ҡалаһында Рәсәй Гвардияһы сафтарында һалдат бурысын үтәй.
Эмиль Шәйхетдинов диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итәсәк.
Ҡаһарманов Айнур һәм ошо көндәрҙә әрмегә алынған Әхмәҙуллин Денис та һалдат хеҙмәтенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай.
Ватан алдындағы бурысын үтәгән йәштәргә ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ. Илебеҙ имен булһын!
Читайте нас: