-27 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноября 2020, 17:00

Бер аҙ йылыта...

Көндәрҙең ҡапыл һыуытыуына күптәр “Быйылғы ҡыш шулай тиҙ генә башландымы икән ни...” – тигән ҡарашта булыуын белдерҙе. Әммә синоптиктарҙың үҙ фаразы.

Үткән ял көндәрендәге, бөгөнгө дүшәмбегә ҡараған төндәге -16, республиканың көньяҡ райондарында -21 градусҡа еткән һыуыҡтар урынына бер аҙ йылы һауа торошо киләсәк. Бөгөн, 16 ноябрҙә, аяҙлы-болотло буласаҡ, көндөҙгө һауа температураһы -12...-9 градус тирәһе, төндә -15 тирәһе. Әлеге һауа торошо аҙна уртаһына тиклем күҙәтеләсәк, ти синоптиктар.
Кесаҙнанан бер аҙ йылыта. Республиканың үҙәк райондарында һәм Өфөлә көндөҙ -5...-2 градус буласаҡ. Еңелсә ҡар яуыу ихтималлығы бар.
Синоптиктар ошондай һауа торошоноң (көндөҙ -7...-2, төндә -10 градусҡаса һыуыҡ) ноябрь аҙағына тиклем һаҡланасағын күҙаллай.
Читайте нас в