Дәүләкән ҡала-район ветеринария станцияһы Башҡортостан Республикаһы территорияһы ҡош киҙеүе таралыуы буйынса хәүефле зонаға индерелеүен белдерә.
Ҡош киҙеүе – киҫкен инфекцион, ҡурҡыныс ауырыу. Ул сирле малдарҙан кешегә йоға. Ҡуҙғытыусыһы булып А тибындағы вирус тора. Ҡоштарҙың бөтә төрө: тауыҡтар, күркәләр, өйрәктәр, ҡырағай ҡоштар, шулай уҡ сусҡалар, аттар, сысҡандар, бесәйҙәр, шул иҫәптән кешеләр ҙә ауырыуҙы йоҡтороусан. Ҡош киҙеүе ҡырағай ҡоштарҙың күпләп ауырыуына килтермәй һәм уларҙа эҙһеҙ үтә, әммә йорт ҡоштары, киреһенсә, күпләп ҡырыла.
Үҙегеҙҙең шәхси хужалығығыҙға ҡош киҙеүе ауырыуы үтеп инеүенә һәм был сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн түбәндәге һаҡлыҡ сараларын күрергә кәрәк:
Ҡош-ҡортто сығарып йөрөтмәгеҙ. Ҡырағай ҡоштар менән бәйләнешкә инеүгә юл ҡуймағыҙ. Ҡоштар торған ергә сит кешеләрҙе индермәгеҙ (ветеринария хеҙмәткәрҙәренән башҡа). Ҡош-ҡортто, ҡошсолоҡ продукцияһын, мал аҙығын ветеринар-рөхсәт документтары булмаған урындарҙан алмағыҙ. Әгәр һеҙҙә ҡоштарҙың ауырыуына шик тыуһа, шулай уҡ күпләп ҡош-ҡорттарҙың үлеүе, рөхсәт ителмәгән ерҙә ҡош-ҡорт, ҡошсолоҡ продукцияһы һәм мал аҙығы һатыуҙары билдәле булһа, был хаҡта кисекмәҫтән Дәүләкән ҡала-район ветеринария станцияһына хәбәр итегеҙ. Телефондар: 8(34768) 2-51-11, 8(34768) 2-51-66.