Ҡануниәт бөтә булған пиротехниканы ике төргә бүлә: көнкүреш һәм һөнәри пиротехника. Улар тик зарар килтереү радиусы буйынса ғына айырыла. Бынан тыш пиротехник изделиелар биш хәүеф класына бүленә:
1-се класс - шапылдатҡыстар (хлопушкалар), бенгаль уттары, "һалҡын" ут фонтандары. Был пиротехник изделиелар дөйөм алғанла хәүеф тыуҙырмай, уларҙыйортта ла файҙаланырға мөмкин, сөнки шартлаған ваҡытта бәрелеү тулҡыны булдырмай, ярсыҡтары ла ситкә осмай. Хәүеф зонаһы ярты метр тәшкил итә.
2-се класс - петардалар, ер өҫтөнә ҡуйыла торған фейерверктар, ут фонтандарының күпселеге. Улар ябыҡ биналарҙа файҙаланылмай. Шартлаған ваҡытта бәрелеү тулҡыны булдырмай, кешеләрҙе йәрәхәтләрлек ярсыҡтар ситкә осмай. Хәүеф зонаһы - 5 метрға тиклем.
3-сө класс - салют батареялары, фестиваль шарҙары. 1-се һәм 2-се класс пиротехникаһы кеүек үк, шартлаған ваҡытта бәрелеү тулҡыны булдырмай, ярсыҡтары ла ситкә осмай. Был пиротехник изделиелар асыҡ һауала ҡулланыу өсөн генә тәғәйенләнгән. Хәүеф зонаһы - 20 метрға тиклем.
4-се класс - улар менән файҙаланыу махсус әҙерлек талап иткән һөнәри фейервектар. Бәрелеү тулҡыны булдырмайҙар, ярсыҡтары ла ситкә осмай. Хәүеф зонаһы - 20 метрҙан ашыу.
5-се класс - 1 - 4-се класҡа инмәгән башҡа пиротехник изделиелар. Уларҙан файҙаланыу шарттары һәм хәүеф радиусы техник шарттар менән билдәләнә.
Шулай итеп, көнкүрештә файҙаланыусы пиротехник изделиелар 1 - 3-сө хәүеф класына ҡарай, тигән һығымта яһайбыҙ. Уларҙы махсуслаштырылған магазиндарҙан алырға мөмкин. Ә бына 4-се һәм 5-се класҡа ҡараған пиротехник изделиеларҙан файҙаланыу тик ошондай эшмәкәрлеккә рөхсәте (лицензияһы) булған ойошмаларға ғына ярай. Улар, мәҫәлән, - дөйөм ҡала байрамдарында салюттар һәм фейервектар атыу.
Хлопушкалар һәм бенгаль уттарынан тыш пиротехник изделиелар ҡулланыу түбәндәге осраҡтарҙа тыйыла:
а) төрлө биналарҙа, функциональ тәғәйенләнештәге ҡоролмаларҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса өҫтәмә инженер-техник саралар комплексы булдырылған махсус сәхнә эффекттары, һөнәри пиротехник изделиелар, ут эффекттарынан тыш;
б) шартлау һәм янғын хәүефе булған объекттар территорияларында, тимер юлының, нефть һәм газ үткәргестәренең, юғары вольтлы электр линияларының сикләүсе һыҙаттарында ;
в) ҡыйыҡтарҙа, балкондарҙа, лоджияларҙа һәм бина фасадының сығып торған урындарында;
г) митингтар, демонстрациялар һәм пикеттар уҙғарғанда;
д) Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының айырыуса ҡиммәтле мәҙәни мираҫ объекттары, тарихи һәм мәҙәни һәйкәлдәр, зыяраттар һәм табыныу ҡоролмалары, ҡурсаулыҡтар, заказниктар һәм милли парктар территорияларында;
е) уларҙы ҡулланғанда хәүефһеҙлек булдырырға ҡамасаулаған насар һауа шарттарында;
ж) пиротехник изделиелар етештереүселәр ҡуйған йәш сикләүенә етмәгәндәргә.
Ваҡлап һатыу нөктәләрендә пиротехник изделиеларҙы һаҡлағанда:
* изделиеларҙы ҡулланыу буйынса инструкциялар талаптарын үтәргә;
* яраҡһыҙ пиротехник изделиеларҙы һатыу өсөн яраҡлыларынан айырым һаҡларға;
* келәттәрҙә һәм һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән биналарҙа пиротехник изделиеларҙы башҡа әйберҙәр менән бергә һаҡламаҫҡа;
* пиротехник изделиелар өсөн һаҡлау биналарын сауҙа залының майҙаны 25 кв. метрҙан кәм булған сауҙа объекттарында урынлаштырмаҫҡа;
* сауҙа залы 25 кв. метрҙан бәләкәйерәк сауҙа объекттары өсөн пиротехник изделиеларҙың һаны брутто ауырлығы буйынса 100 килограмдан арттырмаҫҡа кәрәк. Сауҙа объекттарының сауҙа залдарындағы пиротехник изделиелар күләме келәт йәки һаҡлау урыны өсөн тәғәйенләнгән пиротехник изделиелар ауырлығынан артмаҫҡа тейеш.
* сауҙа объекттарында пиротехник изделиелар янғынға ҡаршы 1-cе төр бүлкәләр менән бүленгән биналарҙа һаҡланырға тейеш. Уларҙы подвалдарҙа һәм ер аҫтында урынлашҡан биналарҙа һаҡлау тыйыла.
Пиротехника тауарҙарын һатҡанда түбәндәге хәүефһеҙлек талаптары үтәлергә тейеш:
а) сауҙа биналарында пиротехник изделиелар өлгөләре кәштәләргә һатып алыусылар уларҙағы яҙыуҙарҙы уҡый алырлыҡ һәм уларҙы ҡарауҙан тыш, башҡа хәрәкәттәр эшләй алмаҫлыҡ итеп урынлаштырылырға тейеш;
б) пиротехник изделиелар йылытыу системаһы һәм йылытыу приборҙарына 0,5 метрҙан да яҡыныраҡ урынлаштырылырға тейеш түгел;
в) үҙаллы хеҙмәтләндерелеүсе сауҙа биналарында пиротехник изделиеларҙы тик махсуслаштырылған секцияларҙа һатыусы-консультанттар ғына һата ала;
г) пиротехник изделиеларҙы башҡа биналарҙан янғынға ҡаршы бүлкәләр һәм ҡыйыҡтар менән бүленгән биналарҙа урынлаштырылған янмай торған шкафтарҙа һаҡларға кәрәк.
Сауҙа объекттарында сауҙа (күргәҙмә) ҡоролмаларҙы конструкциялау һәм урынлаштырыу һатып алыусыларға пиротехник изделиелар эргәһенә үҙаллы яҡын барыу мөмкинлеген булдырмайынса башҡарылырға тейеш.
Пиротехник изделиеларҙы һатҡанда һатыусы һатып алыусыға әлеге изделиеларҙың ниндәй хәүеф класына ҡарауы тураһында мәғлүмәт еткерергә һәм улар менән мөғәмәлә итеү ҡағиҙәләрен мотлаҡ аңлатырға бурыслы.
а) баҫҡыстар һәм башҡа эвакуация өсөн тәғәйенләнгән сығыу урындарына 4 метрҙан яҡыныраҡ булған сауҙа залында пиротехник изделиелар, шулай уҡ аэрозоль төргәкле тауарҙар һатыу буйынса бүлектәр, секциялар урынлаштырыу;
б) тәҙрәләре йәки төтөн һурҙырыусы башҡа елләтеү системаһы булмаған биналарҙа пиротехник изделиелар һаҡлау;
в) пиротехник изделиеларҙы башҡа яныусы матдәләр һәм әйберҙәр менән бергә һаҡлау;
г) сауҙа залдарында кешеләр булғанда, шулай уҡ пиротехник изделиелар һаҡлауға урынлаштырылған биналарҙа ут менән эш итеү;
д) изделиеларҙы сауҙа залдарында һәм эвакуациялау юлдарында төрөп һаҡлау;
е) дарылы изделиеларҙы капсюлдәр йәки пиротехник изделиелар менән бер шкафта һаҡлау;
ж) изделиелар менән төргәктәрҙе (һауыттарҙы) һәм изделиелар менән шкафтарҙы (сейфтарҙы) подвал биналарында урынлаштырыу;
з) пиротехник изделиеларҙы подвалдарҙа һаҡлау тыйыла.
а) торлаҡ биналарында, вокзалдарҙа, тимер юл платформаларында, йәмәғәт транспорты туҡталыштарында, урам аша сыҡҡан урындарҙа, шулай уҡ транспорт сараларында һәм янғын хәүефе янаған етештереүсе объекттар территорияларында;
б) 16 йәше тулмағандарға (әгәр ҙә етештереүсе тарафынан йәш буйынса башҡа сикләүҙәр ҡуйылмаһа);
в) завод тарафынан ҡулланыусылар өсөн сығарылған төргәге булмаһа;
г) тиңләштереүсе билдәләр, ҡулланыу инструкцияһы, яраҡлылыҡ тураһында тейешле сертификаттары йәки яраҡлы булыу тураһында билдәләре булмағанда (юғалғанда), яраҡлылыҡ ваҡыты уҙғанда, ватыҡ булыуын күрһәтесе эҙҙәр булғанда һатырға ярамай.
Пиротехник изделиеларҙан мотлаҡ уларҙың ҡулланыу буйынса инструкцияларына ярашлы һәм кешеләр күпләп йыйылған урындарҙан, объекттарҙан (хәүеф зонаһы үлсәмдәрен иҫәпкә алып) хәүефһеҙ арауыҡта ғына файҙаланырға мөмкин. Был күңелһеҙ хәлдәрҙән һәм төрлө яраланыуҙарҙан һаҡланырға ярҙам итә.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.