-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2020, 12:14

Азия һәм Себер һылыуҡайы кем?

Красноярск ҡалаһында үткән милләт-ара матурлыҡ һәм һәләттәр конкурсы финалында Башҡортостан ҡыҙы Наилә Дәүләтшина ҙур еңеү яуланы.

Ул "Мисс Азия-Себер-2020" конкурсының 1-се вице-мисс титулына лайыҡ булды. Ярышта ҡатнашыусы һылыуҙар үҙ милләтенең костюмдары, аш-һыуы менән таныштырҙы, таланттарын күрһәтте һәм киске күлдәктәрҙә дефиле яһаны.
Ейәнсура һылыуы Наилә Дәүләтшина - Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетының беренсе курс студенты. 2018 йылдан алып "Мисс Башҡортостан" модель агентлығында шөғөлләнә, республика кимәлендә төрлө конкурстарҙа ҡатнаша.
Башҡортостан ҡыҙы конкурста баһалама төркөмө ағзаларын "Бөрйән ҡыҙҙары" бейеүен башҡарып, ҙур бәлеш бешереп, башҡорт халҡының йолалары менән таныштырып хайран иткән.
Башҡортостан данын яҡлаған башҡорт ҡыҙын оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Уға артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: