0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2020, 12:20

Дәүләкән кешеһе Өфөлә урлашыуҙа тотолған

Кисә, 16 ноябрҙә, Өфө ҡалаһының бер магазинына барған ваҡытта Дәүләкән районы кешеһе төрөп ҡуйылған әйберҙәр күргән һәм уларҙы үҙе менән алып ҡайтып китергә булған. Был ҡулға алыу һәм енәйәт эше менән тамамланған.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө ҡалаһының 11-се полиция бүлегенә сауҙа павильонынан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн өҫ кейемдәрен урлау тураһында ғариза тапшырыла. Төргәктә бөтәһе ете куртка һәм алты дупланған тун була.
Тикшереү эштәре барышында тәфтишселәр ғәйепләнеүсене ҡулға алған. Ул 32 йәшлек Дәүләкән районы кешеһе булып сыҡҡан. Егет ғәйебен таныған һәм магазинға барғанда бер сауҙа павильонында төрөлгән әйберҙәр күреүе, ә һатыусының уларға иғтибар итмәүе тураһында һөйләй.Ул әйберҙәрҙе урларға ҡарар итә.
Әлеге факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се "Урлашыу" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Урланған әйберҙәр тартып алынған.
БР Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте материалдарынан.
Читайте нас: