-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2020, 12:35

Рөстәм Нәбиев коронавирус менән көрәшә

Блогер, Омск ҡалаһында казарма емерелеү һөҙөмтәһендә ике аяғынан яҙған Рөстәм Нәбиев тә коронавирус менән сирләй.

Яңыраҡ ул был вирусҡа тест биргән, һөҙөмтә - ыңғай. Көслө рухлы егет бирешергә теләмәй, үҙен һәйбәт тойоуын белдерә.
"Минең ковидҡа биргән тест ыңғай һөҙөмтә күрһәтте. Әле ҡурсаланыуҙа ултырам. Баш ауыртып ала, температура юҡ. Еҫте һәм тәмде өлөшләтә тоям. Һыу эсәм, витаминдар, вирусҡа ҡаршы препараттар ҡабул итәм. Ҡанда кислород кимәлен, пульсты бер нисә тапҡыр үлсәйем. Барыһы ла яҡшы", – тип яҙған блогер.
Рөстәм бирешмәҫ тип ышанабыҙ. Анау тиклем ауырлыҡтарҙы еңеп килгән егеттең рух күтәренкелеге башҡаларға ла көс, ышаныс бирһен.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: