+9 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2020, 23:45

"Ҡатынын ныҡ ярата ине..."

– Көнләшеүе сәбәпле балабыҙҙы үлтереп ҡуйҙы. Ә ике ай элек өйөн яндырғайны...

Кисә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылында булған фажиғә бар республиканы тетрәндерҙе. Ир кеше элекке ҡатынының эш урынына – балалар баҡсаһына килеп, көпә-көндөҙ уны бысаҡ менән сәнсеп үлтерә...
Ҡара ниәтен ҡылғас, был әҙәм енәйәт урынынан ҡасырға итә, тик уны физкультура уҡытыусыһы тота. Һөҙөмтәлә әле 49 йәшлек ир ҡулға алынған, үлтереү статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Асыҡланыуынса, ирле-ҡатынлы Эльвира менән Данил айырылышҡан булған. Тик ир һөйгәнен юғалтыуҙы күтәрә алмаған, уны кире ҡайтарырға теләгән. Һөҙөмтәлә ҡатындың эшенә, балалар баҡсаһына, иҫерек килеш килә һәм арала низағ сыға. Үҙенә кәрәккә өлгәшә алмаған Данил бысаҡ сығарып, ҡатынына өс тапҡыр сәнсә – икеһе - арҡаһына, береһе йөрәгенә тейә. Ҡатынға "Ашығыс ярҙам" саҡыртып өлгөрәләр, тик ул бик күп ҡан юғалта һәм дауаханаға барып етә алмай, машинала йән бирә.
Ярай әле был ҡот осҡос хәлде балалар күрмәй, улар икенсе бинала була.
Ғаиләлә ике бала – малай менән ҡыҙ үҫкән. “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, улар ситтән ҡарағанда бәхетле йәшәгән, йыл һайын сәйәхәткә диңгеҙгә сыҡҡан, Башҡортостан буйлап турҙарҙа булған. Тик бына Данил ҡатынын ныҡ көнләшкән. Эльвира иһә иренең холҡон белгән һәм бер ҡасан да ҡыҙғаныуға сәбәп бирмәгән.
"Үлә яҙып ярата ине, шул уҡ ваҡытта ныҡ ҡыҙғанды ла. Тегендә барма, бының менән һөйләшмә, уны кеймә, кем шылтыратты, бар нәмәне һөйләп тор... Тик ҡатынына ҡул күтәргәне тураһында ишеткәнем юҡ ине, бәлки өндәшмәгәндер, ғаилә эсендә ни булғанын кем белә", – тигән уларҙың ауылдаш ҡатыны.
Эльвираны ауылдаштары тик яҡшы яҡтан хәтерләй. Ул сибәр, изге күңелле, алсаҡ, ярҙамсыл булған. Тәүҙә Ольховое ауылында клуб мөдире бурысын атҡарған, ә яңыраҡ балалар баҡсаһына эшкә сыҡҡан.
Ҡатындың өлкән йәштәге ата-әсәһе ҡалған. Улар был ҡайғыны бик ауыр кисерә.
"Ныҡ көнләште. Кейәү үҙен әллә кемгә ҡуйҙы, беҙҙе кешегә һанаманы. Ул балаларын яратмай ине. Ниндәй генә һүҙҙәр әйтмәне. Улы уны ныҡ яратмай, өйҙә һыйыша алмайҙар ине. Ул ҡайтһа, беҙгә килә торғайны. Ә ҡыҙы холҡо менән атаһына оҡшаған, уның битәрләүенә ҡаршы әйтә ала, бирешмәй ине. Ҡыҙым түҙеп йәшәне, китергә тырышты, тик ире ҡурҡытып тотто", – тигән әсәһе.
Аралары үтә насарланғас, Эльвира балалары менән икенсе йортҡа күсеп китә. Айырылышалар. Тик быйыл 17 сентябрҙә улар йәшәгән өйҙә янғын була. Данил артығын эсә һәм үсләшеп өйгә ут төртә. Ярай әле ул саҡта өйҙә бер кем дә булмай, кешеләр зыян күрмәй. Ә бына йорт, эсендәге бесәй балалары янып бөтә. Ниндәйҙер сәбәптәр буйынса ул саҡта иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылмай. Ә бит шунда уҡ ҡулға алынып, яуаплылыҡҡа тарттырылһа, бөгөн был фажиғә лә булмаҫ ине...
Фото: "КП-Өфө".
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/atinin-ni-yarata-ine-550940/
Читайте нас: