-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2020, 14:40

Һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ!

Экологик диктантты яҙып өлгөрмәгәндәр бөгөн дә был сараға ҡушыла ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 15 – 18 ноябрҙә Бөтә Рәсәй экологик диктант үткәрелә. Ул Бөтә донъя эшкәртеү көнөнә арналған. Был мәғрифәтселек акцияһы ил халҡының экологик белемен һәм мәҙәниәтен күтәреүгә булышлыҡ итәсәк һәм экологик ғилемде популярлаштырасаҡ. Тимәк, ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырасаҡ.
Уҡыусылар, уҡытыусылар, экологтар һәм республикалағы башҡа кешеләр диктантта әүҙем ҡатнаша. Тағы шуныһы һөйөнөслө: йыл һайын был экологик диктантты яҙырға теләүселәр күбәйгәндән-күбәйә. Әйткәндәй, сарала ҡатнашыусыларҙың күплеге күнекмәләрҙе башҡарғанда бер аҙ ҡыйынлыҡтар килтерә, әммә ойоштороусылар элемтә көйһөҙлөктәрен бөтөрөргә тырыша.
Экодиктант.рус порталына ингән кешеләрҙе тирә-яҡ мөхит хаҡындағы мәғлүмәттәр көтә. Бынан тыш, экологик диктантты онлайн форматта яҙыу мөмкинлеге бар (15 ноябрҙән 18 ноябрҙә киске сәғәт 11-гә тиклем ). Ә һөҙөмтәләрҙе белеү өсөн шәхси кабинет булдырыла.
Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ!
Читайте нас: