-28 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноября 2020, 23:30

«Ҡулдары алтын уның»

Шулай тиҙәр төрлө белем һәм оҫталыҡҡа эйә булған һәм уларҙы көндәлек тормошонда ҡулланған кешеләр тураһында. Хөсәйен ауылында йәшәүсе Нурғәлиев Камил Шамил улын ауылдаштары тап шулай ҡылыҡһырлай.

Камил Шамил улы 1957 йылда Хөсәйен ауылында тыуған. Ғүмере буйы тыуған ауылына тоғро ҡалған. Ошонда белем алған, ғаилә ҡорған. Тормош иптәше Минзәлә менән өс улға ғүмер биреп, ҙур тормош юлына сығарғандар. Әле уларҙың икеһе үҙ ғаиләләрен ҡорған, береһе ғаиләһе менән - республиканың Ҡырмыҫҡалы районында, икенсеһе Өфө ҡалаһында йәшәй. Төпсөк улдары ла баш ҡалабыҙҙа эшләп йөрөй.
Камил Шамил улы хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда тырышып хеҙмәт һалған: тәүҙә – комбайнсы, артабан тракторсы булған, һуңынан инде бригадир, механик, баш инженер вазифаларына тиклем үрләгән. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булһа ла, Камил ағай ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Сәсеү һәм урып-йыйыу ваҡытында фермер хужалығына ярҙамға килә. Тракторҙа эшләй, һалам төргәкләй, сафтан сыҡҡан техниканы йүнәтә. Кемдәрҙең машинаһы ватыла, бөтәһе лә уға бара, ә ул береһен дә кире бормай, барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙа.
Камил ағай кеүектәр хаҡында: «Уға техника ене ҡағылған», - тиҙәр. Был ысынында ла шулай. Уларҙың ихатаһында Камил ағай эшләгән төрлө техниканы күреп, хайран ҡалырлыҡ! Картуф күмдергес, йәшелсә (сөгөлдөр, ҡабаҡ, картуф) турағыс, тимер киҫеүсе болгарка, быраулау станогы, машина аккумуляторҙарына заряд биреү аппараты һ.б., һ.б. Ә инде винтлы утын ярғыс тураһында айырым әйткеп китәһе килә, сөнки Камил ағай яһаған ҡоролмаларҙың бөтәһе лә - хужалыҡ тормошонда оло ярҙамсылар, ә утын ярғыс инде был эште айырыуса еңеләйтә.
Булдыҡлы, алтын ҡуллы кешенең йорт-ҡураһы ла, ихатаһы ла ауылға йәм биреп ултыра. Тормош иптәше Минзәлә апай ҙа донъяларын гөлгә күмә. Уларҙың баҡсаһында төрлө емеш-еләк, йәшелсә үҫә, аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра. Камил ағай иҫке тәгәрмәстәрҙе ҡырҡып, гөл ултыртырға һауыттар эшләргә лә өлгөрә.
«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ», - тигән халыҡ мәҡәле бар. Ул әйтем дә Камил Нурғәлиевҡа тулыһынса тап килә. Әле күптән түгел Камил ағайҙың ауылдағы йәш быуын вәкилдәре белмәгән тағы ла бер һөнәре ҡайтанан асылған. Был һөнәре менән Камил ағай күптән инде кешеләр ҡаршыһында шөғөлләнгәне булмаған. Баҡтиһәң, ул гармунда уйнай, матур итеп йырлай икән.
Бына шундай һоҡланғыс, алтын ҡуллы ир уҙаманы йәшәй Хөсәйен ауылында. Камил ағайға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, киләсәктә лә ауылдаштарын яңынан-яңы техника мөғжизәләре менән һоҡландырып йәшәүен теләйбеҙ.
Фотолар һәм видеолар Хөсәйен ауылы мәҙәниәт йортоноң ВКонтакте төркөмөнән алынды.
Читайте нас в