-7 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноября 2020, 14:30

20 ноябрь - Бөтә донъя балалар көнө

20 ноябрь көнө Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе тарафынан 1954 йылдан алып балаларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм уларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау өсөн саралар күреү көнө тип иғлан ителә.

Был сара 1959 йылдан башлап донъялағы 230-ҙан ашыу ил тарафынан үҙҙәренә уңайлы бер ваҡытта үткәрелергә тейеш була. Рәсәй Федерацияһында ул сара 20 ноябрь көндө үткәрелә.
Беҙҙең илдә йәш граждандарҙың хоҡуҡтарын һаҡлау сараларын күреү арта бара, балаларға йылдан-йыл яҡшыраҡ шарттарҙа йәшәүгә мөмкинселек тыуҙырыла.
Балаларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау оло граждандарҙың һәр береһенең иңендә тиһәк тә яңылыш булмаҫ - беҙ барыбыҙ ҙа улар өсөн яуаплы һәм һәр ҡылығыбыҙ менән уларға өлгө булырға тейешбеҙ.
Читайте нас в