Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы республиканың төньяҡ райондарында йәшәгән кешеләрҙе киҫәтә: был яҡҡа боҙло ямғыр килә һәм, уның эҙемтәһе булараҡ, боҙлауыҡ көтөлә.
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 19 ноябрҙә, 20.00 сәғәттән алып 20 ноябрҙең 20.00 сәғәтенә тиклем болотло була. Яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ райондарҙа - ҡар, ҡарлы ямғыр, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡтан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -9, -14, көньяҡ-көнсығышта -20 градус, көндөҙ -3, -8 градус һалҡын.
Өфөлә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә үҫә. Төндә -10, -12, көндөҙ -4, -6 градус һалҡын.
Ошоларҙы иҫәптә тотоп, водителдәргә юлдарҙа һағыраҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Айырыуса, төньяҡ райондарҙа боҙлауыҡты иҫәптә тотоп йөрөргә кәрәк.
Фото: iz.ru
Автор: Альфия Мингалиева/