+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноябрь 2020, 14:25

Эшҡыуарҙар өсөн "Тырыш!" конкурсы

Конкурста ҡатнашыуға шәхси эшҡыуарҙар, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡтар, үҙмәшғүлдәр (шул иҫәптән һөнәрселәр) саҡырыла.

Кесе эшҡыуарлыҡ, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар хужаларына һәм үҙмәшғүлдәргә үҙҙәренең эше тураһында видеоролик төшөрөргә һәм уны ВКонтакте йәки Instagram социаль селтәрҙәрҙәге үҙҙәренең битендә #Тырыш хэштегы менән урынлаштырырға тәҡдим ителә. Иң сағыу һәм үҙенсәлекле ролик авторҙарына үҙҙәренең роликтарын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында күрһәтеү мөмкинлеге биреләсәк. Ролик башҡорт телендә булырға ҡәм 1 минуттан артмаҫҡа тейеш. Эштәр 2020 йылдың 28 ноябренә тиклем ҡабул ителә.
"Матур донъя/ Мир прекрасен", "Әсәм теле - сәсән теле", "Тырыш!" конкурстарында ҡатнашыу өсөн материалдар башҡорт теле диалекттары өсөн хас булған тел үҙенсәлектәре менән дә тапшырылырға мөмкин. Интернет-конкурстарға ағымдағы йылдың декабрендә йомғаҡ яһаласаҡ һәм еңеүселәр билдәләнәсәк. Конкурстың еңеүселәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының дипломдары һәм приздары менән бүләкләнә. Бүләкләү тантанаһын үткәреү урыны һәм ваҡыты тураһында социаль селтәрҙәрҙәге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында өҫтәмә хәбәр ителәсәк. Конкурсты уҙғарыу тураһындағы һорауҙарығыҙҙы 8 (347) 246-32-47, 8 (347) 246-32-58 телефондары аша бирә алаһығыҙ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы.
Читайте нас: