-21 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноября 2020, 14:15

"Матур донъя" конкурсы

Конкурс йәштәрҙе тарихи, мәҙәни объекттарҙы, тыуған яҡтың тәбиғәтен өйрәнеүгә, патриотлыҡ хисен тәрбәиләүгә йүнәлтелгән.

Конкурсҡа 14-30 йәшлек йәштәр йәлеп ителә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн социаль селтәрҙәрҙәге (ВКонтакте йәки Instagram) биттәрегеҙҙә #МатурДонъя хэштегы менән видеоролик урынлаштырырға кәрәк. Унда төбәктең матур һәм иҫтәлекле урындары, шулай уҡ сәйәхәттәрҙән алған тәьҫораттарығыҙ тураһында һөйләргә кәрәк.
14-30 йәшлек йәштәр ҡатнаша ала.
Шарттары: өс минуттан артмаған тревел-видео жанрында видеояҙма төшөрөргә һәм монтажларға. Видеола районығыҙҙың иҫтәлекле һәм матур урындары тураһында һөйләргә кәрәк. Видеояҙма башҡорт телендә булырға тейеш.
Мөмкинлектәр сикләнмәгән: видеояҙманы текст, слайд-шоу, музыкаль эффекттар менән тулыландырырға мөмкин. Еңеүсене баһалау өсөн критерийҙар: телдең таҙалығы, мәғлүмәттең тулылығы, юмор хисе, видеоның сифаты, монтажлау ҡатмарлылығы, тамашасыларҙы йәлеп итә алыу.
Эштәр 2020 йылдың 28 ноябренә тиклем ҡабул ителә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы.
Читайте нас в