+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноябрь 2020, 13:30

"Әсәм теле - сәсән теле" конкурсы

Конкурсҡа ҡатнашыусыларҙан 2020 йылда юбилейҙарын билдәләгән башҡорт шағирҙәренең туған тел темаһына яҙылған шиғырҙарын һөйләгән видеояҙмалары ҡабул ителә.

Ш. Бабич, М.Ғафури, А. Игебаев, К.Кинйәбулатова, Ф. Туғыҙбаева, Ф. Аҡбулатова һәм башҡа шағирҙәрҙең теләһә ҡайһы әҫәрен һайларға мөмкин. Ҡатнашыусылар 18 йәштән өлкәнерәк булырға тейеш.
Конкурста ҡатнашыусыларға башҡорт телендә әҙәби әҫәр ятлап, уның видеоһын төшөрөргә һәм2020 йылдың 28 ноябренә тиклем социаль селтәрҙәрҙә (ВКонтакте йәки Instagram) #ШиғриТел хештегы менән урынлаштырырға кәрәк. Иҫкәрмә: башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр эштәрен #ШиғриТел2 хештегы менән урынлаштырырға тейеш. Жанры: шиғри әҫәр.
Сығыштарҙы музыка ҡоралдарында уйнаған көйҙәр менән тулыландырырыу, сығышҡа мультимедия презентацияһы әҙерләү, сәхнә һәм милли кейемдәрҙә (милли костюмдар элементтары) булыу хуплана. Сығыш ваҡыты: 3 минутҡа тиклем.
Ҡатнашыусы тураһында мәғлүмәт: йәшәгән урыны (район, ауыл, ҡала), ҡатнашыусының фамилияһы, исеме, йәше; әҫәрҙең авторы, исеме. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнһәгеҙ, билдәләп китергә онотмағыҙ.
Сығыштарҙы баһалау критерийҙары: шиғырҙы мотлаҡ яттан һөйләү, асыҡ, тәьҫирле дикция, артислыҡ, башҡарыу оҫталығы, сығыштың үҙенсәлекле булыуы, репертуарҙың конкурс шарттарына тура килеүе.
Еңеүселәр ике номинацияла билдәләнә:
1. башҡорт теле туған теле булғандар араһында;
2. башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы.
Читайте нас: