+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2020, 16:10

Ауыл хеҙмәтсәндәрен данлап

Кисә, 20 ноябрҙә район Мәҙәниәт йортонда Ауыл хужалығы һәм етештереү сәнғәте хеҙмәтсәндәренә арналған байрам тантаналары үтте. Был турала ентекләберәк гәзиттең сайтынан уҡығыҙ.Фотоларҙы https://asilikyl.rbsmi.ru/gallery/denselskogokhozyays.. һылтанмаһы аша инеп һарарға мөмкин.

Тантанаға ауыл хужалығының тырыш, алдынғы хеҙмәтсәндәре, фермер хужалыҡтары етәкселәре, ҡаланың етештереү сәнғәте предприятиелары вәкилдәре йыйылды. Байрамға килеүселәрҙе район Мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатындағы фойеһында "Экспромт" ансамбле күңелле көйҙәр уйнап ҡаршы алды. Артабан йыйылыусылар залға үтте һәм коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы санитария-эпидемиология талаптарын күҙәтеп, социаль арауыҡтар ҡалдырып, урындар биләне. Ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә медицина битлектәрендә ине.
Район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов йыйылыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм киләсәктә лә ҙур уңыштарға өлгәшеүен теләне. Тантанаға йыйылған алдынғы хеҙмәтсәндәргә фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн почет грамоталары, дипломдар тапшырылды. Ә оҙаҡ йылдар дауамында агросәнғәт комплексында хеҙмәт һалған Ф.Т. Хәбибуллинға "Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре" тигән почетлы исем бирелде.
Сараның тантаналы өлөшө тамамланғандан һуң, район Мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары концерт программаһы менән сығыш яһаны. Залдағылар концер барышында яңғыраған йырҙарҙы, дәртле бейеүҙәрҙе дәррәү алҡыштарға күмде. Г. Килмөхәмәтова етәкселегендәге бейеүселәрҙең "Килендәр" исемле шаян бейеүе уларҙың күңеленә айырыуса хуш килде. Программа рус хоры башҡарыуында "Хлеб всему голова" тигән йыр менән тамамланды.
Читайте нас: