+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2020, 23:50

МӘСХӘРӘ

Бер йылдан һуң Гөлбикәнең уртансы улы ла, урта мәктәпте тамамлап, Бөрө педагогия академияһына, ә ҡыҙы Фәриҙә Өфө кооператив техникумына уҡырға керҙе. Алтынсы бисә менән көн күргән аталарынан ситтә иркен, тыныс тормош башланды улар өсөн.

Венер Исхаков

Урам аша торған йорт ихатаһындағы шау-шыуҙы, кемдеңдер әсе тауыш менән сәрелдәүен ишетеп, иртәнге ашҡа ултырған Ғәлләметдин ҡарт боролоп ҡараны ла, иҫе китеп, урынынан уҡ тороп тәҙрәгә ҡапланды. Аш онотолдо. Ут күршеһе Миңзифаларҙың ҡапҡаһы шар асыҡ. Ихата төпкөлөндә әле генә “иномарка”ла ҡаланан ҡайтып төшкән оло улы Вәкил менән үҙенең йыландай ағыулы теле, һуғышырға ғына ҡысытып торған ҡулдары, ауыҙынан “мат” өҙөлмәүе арҡаһында, I класлы шофер булыуына ҡарамаҫтан, бер ҡайҙа ла һыймаған һәм ауылдың ир-егеттәрен ус төбөндә генә бейетеп тотҡан уртансы улы Йәғәфәр, былтыр Иҫке Лапаҫ ауылынан кейәүҙән айырылып ҡайтып, хәҙер район хәрби комиссариатында бүлек начальнигы Зариф Сабитовҡа кейәүгә сығырға йөрөгән кесе һеңлеләре Гөлбикәнең артынан ҡыуалар ине.
Ире Хисмәттең көн һайын тиерлек эштән “ҡыйыш тейәп” ҡайтып, юҡ-бар сәбәпкә тауыш ҡуптарыуы, хатта тәнен күгәрткәнсе иҫһеҙ итеп туҡмауы тамам еләткәйне уны. Өйгә кереү менән итеген дә һалмай түргә менеп ҡунаҡлай ҙа ашарға таптыра башлай, ә аш күптән әҙер, өҫтәлгә ҡуяһы ғына ҡалған. Балалары ла, аталарын көтөп, кис буйы ас ултыра. Күҙҙәре тонған Хисмәткә шул ғына кәрәк. Ҡатынының аш-һыу араһында йүгереп йөрөүенә ҡарамаҫтан, өҫтәлдәге ризыҡтарҙы бысраҡ ҡулы менән һыпырып төшөрә лә ун дүрт йыл бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән һәм ике ул, бер ҡыҙ табып биргән бисәһенең муйынынан һығып алып соланға бәрә, унан типкесләп күтәрмәнән тәгәрәтә. Береһенән-береһе бәләкәй сабыйҙар ҙа әсәләре артынан оса. Тик өй аша ғына йәшәгән ҡайны-ҡәйнәһенең йүгереп килеүе генә Хисмәтте туҡтата, һәм ул таҙа урынға менеп ята ла әүен баҙарына китә. Көн һайын тип әйтерлек туҡмалыуҙан ауырыуға һалышты Гөлбикә, хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыуға тиклем барып етте, тик балалар ғына йәл ине уға. Һуңғы туҡмалыуҙарының береһенән һуң түҙмәне Гөлбикә, Аҡбүләк ауылындағы әсәһе йортона ҡайтты ла китте. Бер аҙна рәхәт донъяла йәшәп өлгөрмәне, ат егеп, арбаға балаларын ултыртып килеп тә етте Хисмәт. Гөлбикәгә ҡырын күҙ менән генә аҡырайып ҡараны ла ҡәйнәһе Миңзифаға һүҙ ҡушты:
— Донъя көткәс, һауыт-һаба шалтырамай тормаҫ инде, ҡәйнә, — тине ул, түр башына йәйелеп ултырып. — Эш бит, көн буйы мал артынан сабып арытыла ла. Эсмәгән ереңдән эсерһең. Бына хәҙер ферма мөдире итеп ҡуйғас, мәшәҡәт тағы ла артты. Таң һарыһы менән китәһең дә төн уртаһыҙ ҡайтҡан юҡ, ә өйҙә, Гөлбикә киткәс, балалар ҙа ас ултыра. Әйҙә, ҡайтһын Гөлбикә, бүтән бармаҡ менән дә сиртмәм. Бына әпәкәй менән ант итәм.
Нишләһен бисара ҡатын, әсәһе лә өгөтләгәс, етмәһә, балаларын да алып килгәс, арбаға сығып ултырҙы. Балалары өсөһө өс яҡтан Гөлбикәнең ҡосағына һыйынды, ә үҙҙәре буҫығып илап бөткән.
— Инәй, — тине улар, — бүтән беҙҙе ташлап китмә инде. Һинән башҡа бик күңелһеҙ, ә әтейебеҙ баҡыра ла баҡыра.
— Тик кенә ултырығыҙ, — тип екерҙе уларға атай кеше. — Юғиһә, ана, күпер аҫтына тығып китәм. На, малҡай! — Ул оҙон сыбыртҡыһы менән атҡа һыҙырҙы ла Гөлбикәгә боролдо. — Ә һинең менән, тәтәй бисә, ҡайтҡас һөйләшербеҙ. Б-и-к һәйбәтләп әңгәмә ҡорорбоҙ. Шул турала уйлап бар.
Хисмәттең өйҙә тауыш ҡуптарыуының бар сәбәбе — көнләшеү. Ауыл клубы мөдире булып эшләгән Гөлбикәне көнләшмәҫлек тә түгел шул. Өс бала табып, өйөндә ҡағылып-һуғылып йәшәһә лә, ҡыҙ сағындағы сибәрлеген һаман юғалтмаған. Ауылдағы ир-аттың күҙенә салынһа, тегеләрҙең ауыҙ һыуҙары ҡойола башлай, бармаҡтарын шартлатып, ирендәрен шапылдатып ҡына ҡалмайҙар, яҡынданыраҡ танышырға теләп, юҡ-бар һүҙ башлайҙар, һөмһөҙөрәктәре кеше-фәлән күренмәгәндә ҡосаҡларға маташа, ҡалҡыу түшенә, ирененә үрелә. Ләкин Гөлбикәнең яуабы бер — салт сикәгә. Үтә оятһыҙҙарын тос йоҙроҡтары менән һуғып та осора. Хатта райондан килгән түрә-ҡара ла, йомшаҡ ҡына һөйләп, ҡатыға ултыртырға маташа Гөлбикәне. Булманы. Ирҙәргә генә түгел, хатта урамдағы һәр электр бағанаһынан көнләшкән һуғышҡаҡ иренә Гөлбикә тоғро ҡалды, уға хыянат итмәне. Һуҡһа, ирен дә тәгәрәтерҙәй көсө бар уның, ләкин ҡул күтәрмәне, намыҫын, бәҫен һаҡланы, балаларынан оялды.
Ҡатынын сит ирҙәрҙән көнләшеп кенә ҡалманы Хисмәт, үҙе лә ҡатыны өйҙә юҡ саҡта, балаларын атаһы менән әсәһенә илтеп ҡуя ла аҙғын бисәләр алып ҡайта, Гөлбикә тап-таҙа итеп йыйыштырып киткән өйҙө “фәхешхана”ға әйләндерә.
Бер көн шулай район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһенән иртәрәк ҡайтып төштө Гөлбикә. Ишекте үҙ асҡысы менән асып керһә, ни күрә: Хисмәте ферма һауынсыһы Хөрмәбикә менән ҡосаҡлашып йоҡлап яталар. Өҫтәл тулы буш шешә, ашамлыҡ ҡалдыҡтары, себен ҡаплаған һауыт-һаба. Өндәшмәне Гөлбикә. Аяҡ осона ғына баҫып йөрөп, кәрәкле әйберҙәрен ике сумаҙанға тултырҙы ла гәзит битенә: “Хайуанлыҡтың аръяғына сығып киткән әҙәм аҡтығы икәнһең! Аҡбүләккә тағы ла килһәң, ағайҙарым атыңа бәйләп ҡайтарасаҡ!” — тип яҙып, ҡайныларының ишеген шаҡыны.
— Барығыҙ, әтейегеҙ нишләп ята унда, — тине балаларына. — Һеҙгә лә, ҡәйнәм, улығыҙҙы күреү зыян итмәҫ. Юғиһә гел мине генә ғәйепләргә тораһығыҙ. Мин Аҡбүләккә ҡайттым. Һеҙҙе лә, балаҡайҙарым, бер аҙҙан килеп алырмын. Ул күҙ йәшенә быуылып, оло юлға сыҡты һәм тәүге осраған машина менән ауылына юлланды.
Гөлбикә китте һәм бүтән был ауылға аяҡ баҫманы. Тик бына төп йортта ғына ҡырын-мырын ҡараусылар табылды. Гөлбикәнең иренән айырылып ҡайтыуын ишетеү менән күрше Мырҙаш ауылында йәшәгән апаһы Сәлиха килеп етте һәм һеңлеһен, ни ерең генә ҡысый, эттән алып эткә һалып бысраҡ һүҙҙәр менән битәрләргә тотондо.
— Ирҙән иргә йөрөп типтерә алмай ҡаңғыра инең, хәҙер “йәшел ут” ҡабынды шул һиңә, — тине ул, әсәләренең тыйыуына ҡарамаҫтан, төкөрөктәрен сәсеп. — Рәхәт донъяға сыҡтым тиң, әй!
— Үҙеңде бел, апаҡайым. — Гөлбикә лә, элеккесә, ауыҙына йөҙөк ҡапманы. — Еҙнәмдең өҫтөнән күпме йөрөнөң. Хәҙер ҙә тыйылғаның юҡ. Араҡыға йоҡо дарыуын ҡушып эсерәһең дә күршеңдәге тол Рәфискә кереп китәһең. Ситтә йәшәһәм дә, һинең һәр аҙымың ишетелеп тора. Хисмәт тә һинең аҙғынлығыңды миңә япһара торғайны. Хәҙер, ана, “әсәнән күргән — тун бескән” тигәндәй, ҡыҙың да уйнаштан тыуған бала алып ҡайтты. Һин дә алып ҡайтыр инең дә, саҡ ҡына ҡартайып киттең. Шулай ҙа элекке “һөнәреңде” ташларға, аҡылға килергә уйламайһың. Мин бит уйнаштан бала тапмағанмын. Тапмам да.
Оятынан, ғәрлегенән бурлаттай ҡыҙарған Сәлиха, ярҙа ятҡан балыҡтай, ауыҙын бер асып, бер ябып торҙо-торҙо ла, ишекте, тәҙрәләр сыңлағансы, шарт ябып сығып киткәнен белмәй ҙә ҡалды.
Бер аҙна ла үтмәне, ваҡытында Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһын тамамлаған Гөлбикәне район мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр драма түңәрәге етәксеһе итеп эшкә саҡырҙылар. Дәрте ташып торған йәш, сибәр ҡатын әлегә һүнеп ҡалған түңәрәккә яңы тын өрөп ебәрҙе. Былтыр ғына һалынған мәҙәниәт һарайына егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа, хатта олораҡ йәштәгеләр, пенсионерҙар ҙа йыш килә, яңынан-яңы спектаклдәр сәхнәгә йышыраҡ сыға башланы, район ауылдары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай, мәҙәниәт һарайының кассаһы ла хәттәй ҡалынайҙы.
Хисмәт менән никахты суд аша өҙгәс, Гөлбикә ҡыҙы Фәриҙәне лә үҙе менән алып ҡайтып, мәктәпкә бирҙе. Оло улы Кәрим әле армия хеҙмәтендә. Пограничник. Тик уртансыһы Фәрит кенә атаһы янында, күрше ауылға йөрөп уҡый.
Ана шул драма түңәрәгендә осрашып танышты Гөлбикә район хәрби комиссариаты хеҙмәткәре капитан Зариф Сабитов менән. Бишенсе йыл инде ул яңғыҙы ғына көн күрә. Ҡатыны Әлфиә, шалҡандай үҫеп еткән өс улын ҡалдырып, вафат булып ҡуйғайны. Хәҙер улдары ла үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫты инде. Олоһо — нефтсе, уртансыһы — архитектор, ә кеселәре сауҙа хеҙмәтен һайланы. Өсөһө лә өйләнгән, үҙ фатирҙары, машиналары бар, балалары ла үҫеп килә. Тик Зариф ҡына тыуған яғын, Әй буйҙарын ташларға теләмәй өс бүлмәле үҙ йортонда ҡалды. Күңелһеҙ ҙә, ялҡытҡыс та уға хәҙер. Ярай, көндәре эш өҫтөндә беленмәй үтә. Кис буш йортҡа ҡайтҡас башлана ла инде ҡурҡыныс төш кеүек сәғәттәр. Телевизорҙы ла тоҡандырып ҡарай эсе бошҡанда. Ләкин бөгөнгө телевидениела бандитлыҡ, урлашыу, коррупция, фәхишәләр, Петросяндың бер ҡатлы юморҙары, Леонид Якубовичтың ришүәтселеккә ҡоролған “Мөғжизәләр яланы” кеүек ни Аллаға, ни муллаға тапшырыуҙарынан башҡа йүнлерәктәрен таба алмаҫһың. Аптыраған көндән Зариф әҙ-мәҙләп “төшөргөләй” ҙә башланы, ләкин “араҡы һаҙлығына батып ҡуймайым” тип, ул шөғөлөн ташлай һалды. “Әлфиәне күпме генә һағынһам да, ул кире ҡайтмаҫ инде” тип, яңынан өйләнеү тураһында уйлана башланы. Ләкин кемгә? Байтаҡ ҡына ҡатын-ҡыҙҙы күҙ уңынан үткәрһә лә, күңеленә хуш килерҙәйен тапманы.
Район мәҙәниәт йортонда драма түңәрәге эшләгәнен ишетеп, ваҡыт үткәрергә булһа ла барып ҡарайым әле тип, бер кис шунда юлланды. Репетиция бүлмәһенә килеп кереүе булды Зарифтың, оҙон ҡара сәстәре нескә биленә төшөп торған, сибәр ҡатынды күреп, ни әйтергә белмәй, ҡатты ла ҡалды. Ул арала булманы, ҡойоп ҡуйған һымаҡ төҙ, тығыҙ балтырлы аяҡтары менән тып-тып атлап теге һылыу Зарифтың алдына килеп тә баҫты.
— Һаумыһығыҙ, иптәш капитан! — тине ул күгәрсен гөрөлдәүендәй йомшаҡ күкрәк тауышы менән. Зәп-зәңгәр күҙҙәре иһә Зарифты баштан-аяҡ ҡапшап сыҡты. — Драма түңәрәгендә ҡатнашырға килдегеҙме, әллә былай ирмәк өсөн генәме?
— Һеҙ, һылыуҡай, үгеҙҙе мөгөҙөнән тотоп алырға самалайһығыҙмы әллә? — Зариф та, йылмайып, Гөлбикәне күҙенән үткәрҙе. “Бына ҡайҙа ул минең яҙмышым, — тип эстән генә уйлап ҡуйҙы ул, — тик ире, ғаиләһе бармы икән? Хәйер, ундай ҡатындар урамда аунап ятмаҫтыр. Күптән кейәүҙә булырға тейеш”.
— Ашығабыҙ шул, абзый, ғәфү итегеҙ, исем-шәрифегеҙҙе белмәйем.
— Ул саҡта, әйҙә, танышайыҡ. Капитан Зариф Сабитов тигән кеше булам.
— Ә мине Гөлбикә тип әрләйҙәр. Ирҙән айырылған бисәмен. Өс балам бар. Ҡәнәғәтме?
— Һис һүҙһеҙ, ханым.
— Бына Ибраһим Абдуллиндың “Генерал Шайморатов ауылына ҡайта” тигән пьеса-легендаһын сәхнәләштерергә тип планға индергәйнек тә, төп герой роленә кеше таба алмай хитланабыҙ. Әллә һеҙгә тәҡдим итергәме?
— Мин бары тик капитан ғына, — тип шаяртты Зариф. — Генералға етеү өсөн, ай-һай, күпме бутҡа ашарға кәрәк.
Гөлбикә лә бирешмәне, һағыҙаҡ кеүек Зарифҡа йәбешеп алды ла:
— Һәр һалдаттың арҡа сумкаһында маршал жезлы йөрөргә тейеш, тип Наполеон әйткән түгелме? Ә һеҙгә генералға етергә ни бары өс-дүрт аҙым ғына ҡалған. — Ул ҡапыл Зарифтың ҡулынан эләктереп алды ла оҙон өҫтәл артында роль бүлешеп ултырған үҙешмәкәр артистар янына өҫтөрәне. — Бына, иптәштәр, — тине ул шат тауыш менән, — генерал да табылды бит, әй!
Ҡайҙа барһын Зариф, “үҙең теләп нәрәтәгә килеп ҡаптыңмы, сабаҡ” тигәндәй, генерал Шайморатов ролен уйнарға тура килде. Насар уйнаманы ул үҙе, ә иң мөһиме — Гөлбикәне ҡулына төшөрҙө.
Район үҙәгенән биш-алты саҡрымда ятҡан Аҡбүләккә үҙ “Нива”һы менән илтеп тә ҡуя Гөлбикәне, төнгә ҡалһалар, үҙенә лә алып ҡайта. Ана шул сәхнә арҡаһында яҡындан танышып алдылар ҙа инде улар. Танышыу — дуҫлыҡҡа, дуҫлыҡ мөхәббәткә әйләнде. Тик Гөлбикәнең был ҡылығы ағаларына ла, апаларына ла оҡшап етмәне. Әсәһе Миңзифа булмаһа, күптән башын ашарҙар, атай йортонан ҡыуалап сығарырҙар ине. Сибәр генә түгел Гөлбикә, эшкә лә уңған, әрһеҙ шул. Аҡбүләккә ҡайтыу менән өйгә ҡот ҡунды, йорт эсе, ихата, баҡса тирәләре ялтырап китте. Атай йортона килеп йөрөһәләр ҙә, ағалары, йығылған кәртәне торғоҙоп бер ҡаҙаҡ ҡаҡмаҫ, бер бағана ултыртмаҫ ине. Йорт-ҡуралары атайҙан нисек ҡалған, шул көйө емерек ята, аҙбар ҡыйшайған, өй башы тишек, мөгәрәптән балсыҡ өйөмө генә ҡалған.
Хәҙер бөтөнләй икенсе күренеш. Кәртә-ҡура аяҡҡа баҫты, тишек-тошоҡ бөтәштерелде, өй эсе лә бысраҡтан таҙартылды, йыуылды. Әммә ағалары ла, апалары ла ул ыңғай үҙгәреште күрмәне, күрергә теләмәне. Уларҙың бар хәстәре: “Иреңә кире ҡайт, Фазыловтарҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермә”, — тип таҡылдау ғына. Ләкин Гөлбикә иренә ҡайтырға уйламаны ла. Балалары ла уны аңланы булһа кәрәк, әсәләрен ҡайтырға өгөтләмәйҙәр хәҙер. Киреһенсә, ауылға ҡайтҡан һайын атай шәрәмәтенең икмәк шүрлегенә менмәй китмәйҙәр. Армия хеҙмәтен үтәп ҡайтып, хәҙер Силәбе өлкәһе ҡалаларының береһендә милицияға эшкә кергән оло улы Кәримдән йышыраҡ эләгә Хисмәткә, сөнки әсәһен йәберләүен ул күберәк күреп үҫте. Хатта бер яҙ, иренең туҡмауына сыҙай алмай, Гөлбикә ташҡын йылғаға ташланам тип, яр буйлап ағып килгән боҙҙарҙың береһенә эләгеп, уны йылға уртаһына таяҡ менән этәрә башлағас, Кәрим дә йүгереп килеп әсәһе янына баҫты. Ярай ауыл осонда өс-дүрт ир-егет, йылғанан аҡҡан утынға яраҡлы эре ағастарҙы багор менән эләктереп, ярға һөйрәтеп килтереп, өйөп тора ине. Боролтманан Гөлбикә менән уның оло улын күреп, күҙҙәре маңлайҙарына менде. Өс багор бер юлы боҙға ҡаҙалды, арҡан ырғытылды, һәм һаҡ ҡына ярға тарттылар. Гөлбикә был мәлдә, аңын юғалтып, боҙ өҫтөндә ята ине. Уны шунда уҡ медпунктҡа оҙаттылар. Кәрим эштең нимәлә икәнлеген һөйләп биргәс, ирҙәр күмәкләп Хисмәттәрҙең өйөнә барып, көпә-көндөҙ бысраҡ кейемдәре менән диванда йоҡлап ятҡан өй хужаһының аяғынан һөйрәтеп төшөрҙө лә тыштағы утынлыҡ өҫтөнә бәрҙе. Бер айға яҡын йөрөнө ул ҡабырғаларын тотоп, әммә элекке этлеген ташламаны. Шуға ҡарамаҫтан, Гөлбикәнең туғандары һеңлеләренең килеп хәлен дә белешмәне, кейәүҙәренә лә һүҙ әйтмәне. Ә хәҙер, Гөлбикә айырылып ҡайтҡас, кире иренә бормаҡсылар.
— Ант итеп әйтәм, — тине уларға Гөлбикә, — үлһәм үлермен, әммә унда барасағым, эт тормошонан да яманыраҡ хәлдә йәшәйәсәгем юҡ.
Ә Зариф Аҡбүләккә килеүен һаман йышайтты. Әсәләре, Миңзифа ҡыҙының Зарифҡа кейәүгә сығыуына ҡаршы килмәһә лә, ағалары менән апалары риза түгел.
— Минең үҙ тормошом, һеҙҙең үҙ тормошоғоҙ, ҡыҫылмағыҙ, — тип әйтеп ҡараһа ла Гөлбикә, ҡарға һымаҡ ҡарҡылдай бирәләр: “Иреңә ҡайт, иреңә ҡайт!”
Уртансы ағаһы Йәғәфәр хатта Зарифтың машина тәгәрмәсен дә тишеп китте. Икенсе ваҡыт тормоз шлангын киҫеп, саҡ авария яһатманы. Тау үрле килгән капитан “Нива”һын юл ситенә бороп өлгөрҙө. Зариф кемдең хаслығы икәнлеген белһә лә, ҡулынан тотмағас, тауыш күтәрмәне, уяуыраҡ, һағыраҡ йөрөргә тырышты, юлға сығыр алдынан машинаһын ныҡлап тикшерҙе.
— Былай булмай, — тине ул бер көн Гөлбикәгә, — иртәгә үк барам да әсәйеңдән ҡулыңды һорайым. Унан мулла саҡырып, никах уҡытабыҙ ҙа ЗАГС-ҡа барып яҙылабыҙ.
Шуны ғына көтөп йөрөгән Гөлбикә, күҙ йәштәренә быуылып, Зарифтың ҡосағына ташланды.
— Мин риза, Зарифҡайым, — тине ул йылмайып, — мин күптән риза.
— Миңә лә бит ҡатынһыҙ йәшәү ирмәк түгел. — Зариф һүҙен дауам итте. — Йәшем дә үтеп бара. Эштән ҡайтҡас, үҙеңә шөғөл таба алмай, бәрелеп-һуғылып йөрөйһөң дә йә телевизорға, йә араҡыға тотонаһың. Улары ла ялҡытты хәҙер. Эх, тип уйланаһың ирекһеҙҙән, ҡайтыуыңа шат йылмайып ҡатының ҡаршы алһа, өҫтәлдә аш-һыу, етмәһә, йөҙ грамм ултырһа...
— Нимә, нимә? — тип ҡырт бүлдерҙе уны Гөлбикә, — өҫтәлдә бөтәһе лә ултырыр, тик быныһы булмаясаҡ.
— Бөттө, бөттө, — Зариф шаяртып ике ҡулын да өҫкә күтәрҙе. — Мин уйнап ҡына бит. Ғәфү итә күр. Бүтән ул турала һүҙ ҡуҙғатмам.
— Мин бөтөнләй һүҙ ҡуҙғатма тип әйтмәйем. — Гөлбикә иркәләп Зарифҡа һырынды. — Тик байрам көндәрендә, ҡунаҡ саҡырғанда, ҡунаҡҡа барғанда ғына. Ә былай — “сухой закон”!
— Тиҙҙән миңә майор званиеһын бирмәкселәр, — тип серен асты Зариф. — Унда ла йондоҙҙо “сухой закон” менән йыуырбыҙмы икән?
— Ур-ра! Ул саҡта ике байрамды бергә үткәрәбеҙ. Никахҡа ла инәбеҙ, һинең йондоҙоңдо ла “йыуабыҙ”. Ризамы?
— Риза булмай ҡара?!
Ауылда хәбәр тиҙ йөрөй. Шалтырлап бөткән иҫке генә “Жигули”һы менән ауылдан ауылға, ауылдан ҡалаға кеше ташып, осон-осҡа ялғап, икмәк-тоҙлоҡ ҡына аҡса эшләгән Йәғәфәрҙең дә ҡолағына салынып ҡалды был хәбәр. “Ә беҙ һеҙгә икенсе “туй” — “мәсхәрә туйын” ойошторасаҡбыҙ”, — тип уйланы ул асыуынан шартларҙай булып һәм үҙенең өс-дүрт бисә айырып, бишенсеһе менән дә эт менән бесәй һымаҡ йәшәүен онотоп, ҡалалағы ағаһы Вәкилгә шылтыратты. Эштең нимәлә икәнлеген аштырып-шаштырып аңлатып бирҙе лә Гөлбикәнең “иманын уҡытырға” ярҙамға саҡырҙы. Әле оҙайлы ялда көндәрен нисек үткәрергә белмәй йөрөгән Вәкил, уны-быны уйлап тормай, шунда уҡ ризалашты.
— Инәйебеҙ киләһе аҙнаға Яуымбай ауылындағы Миңсафа ҡәрендәшенең хәлен белешергә барам тигәйне. Вәт, уның китеүе менән мин һиңә шылтыратырмын. Шунан, шап-п, Мөхәмәтйән, киләһең дә төшәһең. Шылдымы?
Кесе ҡустылары Фәғилгә лә еткерҙе Йәғәфәр Гөлбикәне мәсхәрә итәсәктәре тураһында. — Бер ата-инәнән тыуған һеңлебеҙҙе көсләргә башыма тай типкәнме әллә минең? — тип ҡырҡа ҡаршы төштө Фәғил. — Һеҙгә лә ул ахмаҡтарса бысраҡ шаярыуығыҙҙан баш тартырға кәңәш итер инем. Гөлбикә түгел, үҙегеҙ оятҡа ҡаласаҡһығыҙ.
— Ха-ха-ха! — Башын артҡа ташлап, һары тештәрен ыржайтып ҡысҡырып көлөп ебәрҙе Йәғәфәр. — Тормош күрмәгән, бисә-сәсәне татымаған “салага” икәнлегең әллә ҡайҙан күренеп тора. Гөлбикә ирен ташлап ҡайтты ла военкоматтағы бер капитан менән типтерә, капитан уны өйөнә лә алып ҡайтып ҡундыра икән. Беҙ уларҙы язаһыҙ ҡалдыра алабыҙмы? Юҡ, әлбиттә. Бына Вәкил генә ҡайтһын: йә иренә алып китәбеҙ, йә капитандың тештәрен ҡырып ҡайтарабыҙ. Шылдымы?
— Юҡ, шылманы, абзый. Һин нимә, ысынды һөйләйһеңме, әллә мине һынамаҡҡа шаяртаһыңмы? — Фәғил ағаһының ҡаршыһына уҡ барып баҫты. — Төрмә һағындыра башланымы әллә? Бер тапҡыр ултырып сыҡҡайның бит. Шул арҡала ауырып үлде түгелме әтейем? Хәҙер Гөлбикә менән инәйемдең башына етергәме уйығыҙ?
— Заткнись! — Йәғәфәр уҫлаптай ҡулдары менән ҡустыһының яғаһынан күтәреп алды ла ҡуйы кесерткән араһына бәрҙе. — Инәйемә әйтеп кенә ҡара, урының әтейем эргәһендә буласаҡ.
Фәғил башҡа һүҙ ҡатманы. Өҫтөн-башын ҡаҡҡылап ерҙән торҙо ла, колхоздың йөк машинаһына ултырып, келәткә орлоҡ ташырға китте. Баҫыуҙарҙа яҙғы сәсеүҙең иң ҡыҙған осоро ине.
Миңзифа Яуымбай ауылына китеү менән Йәғәфәр кеҫә телефоны аша Вәкилгә шылтыратты. Төштән һуң иномарка машинаһының руленә ҡайҡайып ултырып, Вәкил дә килеп етте. Алдан асылып ҡуйылған ҡапҡанан ихатаға керҙе. Күп тә үтмәне, өйҙән Гөлбикә атылып сыҡты һәм баҡса яғына йүгерҙе. Артынан ағалары ла китте, һәм биш-алты һикереүҙә тегене тотоп ауыҙын сепрәк менән бәйләнеләр ҙә артҡы салонға күтәреп ултырттылар. Йәғәфәр эргәһенән урын алды.
— Бәй, бәй, был ни ғәләмәт? — тип биленләп ебәрҙе был мажараны тәҙрә аша күҙәтеп ултырған Ғәлләметдин ҡарт. — Латифа, кил әле бында. Ана, Вәкил менән Йәғәфәр Гөлбикәне бәйләп машинаға ултырттылар ҙа Ҡарауыл тауы яғына алып киттеләр. Тикмәгә генә түгел был. Түгел. Никак, мәсхәрәләү быларҙың уйы. Ундай хәлдәр булып тора бит. “Вечный зов” телефильмында Кафтанов ҡыҙын көсләһә, хәҙер ул ғәҙәт башҡа милләттәргә лә тарала башланы. Әллә, ысынлап та, ахырызаман етәме, әллә тағы ла мәмерйәләргә кереп, тәүтормош дәүеренә күсә барабыҙмы?
— Һине лә әйтәйем инде. — Латифа ла тәҙрәгә һонолдо. — Китап-гәзитте әҙерәк уҡыр инең. Шуларҙы уҡыйһың да фантазияға бирелеп тик ултыраһың. Үҙ ҡәрендәштәренә нисек ҡул һалмаҡ кәрәк? Кире иренә алып киткәндәрҙер.
— Һармаҡ бисә һин, Латифа. Иренең ауылы бөтөнләй икенсе яҡта бит Гөлбикәнең. Туҡта! — Ул ярһып телефонға тотондо һәм, район хәрби комиссариатына шылтыратып, Зариф Сабитовты таптыра башланы. — Зариф ҡусты, — тине ул бер аҙҙан тотлоға-тотлоға. — Хәҙер үк Аҡбүләккә килеп ет. Гөлбикәне ағалары Ҡарауыл тауы яғына ҡулын бәйләп, ауыҙына сепрәк тығып алып китте. Бер-бер фажиғә булмағайы...
Ун-ун биш минут та үтмәне, Зариф юғары тиҙлектә Аҡбүләк урамдары аша “Нива”ла елдерә ине. Ҡапҡа төбөнә йүгереп сыҡҡан Ғәлләметдин, ҡулы менән ишаралап, юл күрһәтеп ҡалырға ғына өлгөрҙө. Туҡтап, һорашып торорға Зарифтың ваҡыты юҡ ине.
Ҡарауыл тауын менгәс, Вәкил машинаһын туҡтатты ла, ҡайһы яҡҡа боролорға икән тип уйланып, рулдә бармаҡтарын бейетеп алды.
— Иҫке карьерға борол, — тип ҡушты уға Йәғәфәр, — беҙҙең унда икәнлекте шайтан да белмәҫ.
Вәкил машинаһын уңға ҡайырып карьерға төштө, уның арғы башынан менеп, ҡуйы ағаслыҡ араһына инде, моторын һүндерҙе. Оло юлдан үткән-һүткән кеше бында ял итергә туҡтағандар икән, тип уйлаһын өсөн машинаһының дүрт ишеген дә асып ебәрҙе.
— Йә, ҡәрендәшкәй, — тип һүҙ башланы ул, иномаркаһынан төшөп, кирелеп-һуҙылып алғас. — Иреңә ҡайтаһыңмы, әллә?..
Гөлбикәнең тәүге шогы үткәйне инде:
— Иң алда ул хайуандан ни өсөн айырылып ҡайтҡанды һорашыр инегеҙ. Эт күрмәгәнен күреп, ҡол хәлендә йәшәгәнемде беләһегеҙме, исмаһам, “һөйөклө ағайҡайҙарым”? Белһәгеҙ, минең түгел, уның барып кәрәген биреп китер инегеҙ. Ә ул, әҙәм аҡтығы, эсемә тибеп баламды төшөрҙө, тештәремде ҡырҙы. Һиңә, Йәғәфәр ағай, алып ҡайт мине, алып ҡайт Аҡбүләккә тип күпме әйттем, күпме күҙ йәштәремде түгеп, ялбарҙым, ә һин, оятһыҙ, мыйыҡ та борманың. Хәҙер килеп мине мәсхәрәләмәксеһегеҙме? Не выйдет! — тип ярһыны ул.
— Бисә — иренең ҡоло, уның аяҡ аҫтындағы туҙаны булырға тейеш икәнлеген онотоп ебәрәһең, шай! — Вәкил, бөйөрөнә таянып, нотоҡ уҡырға кереште. — Бөтә бәләнең башы яуыз бисәләрҙән килә ул. Шуға ла уларҙың туҙанын да ҡаҡҡылап алалар. Иреңде тыңлап, алдында һепертке һымаҡ ҡына йөрөһәң, һинән дә уңған ҡатын булмаҫ ине. Үҙең ғәйепле. Хәҙер илаһаң да, инәлһәң дә һуң! Эште, Аллаға тапшырып, бисмилла итеп башлайыҡ, Йәғәфәр!
Шуны ғына көткән Йәғәфәр, Гөлбикәне йәшел үлән өҫтөнә йығытып һалды ла салбар ҡайышын башы аша үткәреп ҡулдарын бәйләне, ауыҙына ҡулъяулыҡ тыҡты, яртылаш сисендерҙе...
Аңы юғалыр-юғалмаҫ ятҡан Гөлбикә күҙҙәрен асты һәм алдында майор погондарын таҡҡан Зарифты күреп, өнөммө был, төшөммө тип, йәнә аңын юғалтты. Гөлбикәнең башы аша бәйләнгән ҡулын сисеп, кейендереп, үҙенең машинаһына күтәреп алып барып ултыртты Зариф. Һаман аңһыҙ ятҡан Вәкил янына килеп, итеге менән салҡан әйләндерҙе, күкрәгенә ҡолағын ҡуйып йөрәген тыңланы. Тере икән. Юғиһә Афғанстанда махсус тәғәйенләнештәге “Альфа” отрядында каратэ, дзю-до, самбо, ушу кеүек көрәш алымдары менән ҡулдарын шымартҡан элекке өлкән лейтенант Сабитов өсөн теге донъяға ебәреү бер ни түгел. Ярай, бәхете бар икән Вәкилдең: Зариф аңын юғалтырлыҡ итеп усының ҡыры менән генә һуҡҡайны муйынына.
Ҡапыл Вәкилгә эйелгән Зарифтың баш осонан һәлмәк кенә таш осоп үтте лә иномарканың артҡы тәҙрәһен селпәрәмә килтерҙе. Ул арала булманы, энәлек араһынан кейемдәрен йырттырып, тәнен һыҙырып Йәғәфәр үҙе килеп сыҡты һәм ажғырып Зарифҡа ташланды. Сабитов карьер ситенәрәк баҫты ла тегенең килеп еткәнен көттө һәм кинәт кенә ситкә боролдо. Йәғәфәр таштарға бәрелә-һуғыла карьер төбөнә үк барып төштө. Тауышҡа Вәкил дә башын ҡалҡытты һәм, ғәжәпләнеп, күҙен Зарифҡа тексәйтте.
— Йә, еттеме, егеттәр? — тип һораны Зариф тигеҙерәк урынға сығып баҫып, сөнки көстәре ташып торған был һуғыш суҡмарҙарынан әллә ниндәй провокация көтөргә мөмкин. — Әллә тағы ла берәй боевой алым күрһәтәйемме?
Әле генә “беҙ — беҙ инек, беҙ — кем инек” тип ҡупырайып бер туған һеңлеләренең намыҫын тапарға әҙерләнгән Фазыловтар, кикректәре шиңгән бахыр әтәс һымаҡ, баштарын түбән эйеп, тәҙрәһе ҡыйралған иномаркалары янында тора бирҙе.


Ярай ваҡытында килеп өлгөрҙө Зариф иҫке карьерға. Ҡарауыл тауына менде лә элекке “Альфа” отряды разведчигы, асфальт ситтәрен ҡарай-ҡарай бер аҙ барҙы. Киң тәгәрмәсле иномарканың эҙҙәре лә ҡалырға тейеш. Бына ул уңға боролған да карьер яғына киткән. Ҡапыл карьер аръяғындағы ҡыуаҡлыҡта яҙғы ҡояш нурҙарына көҙгө ялтырап китте.
“Әһә, бына ҡайҙа улар, — тип уйланы Зариф. — Ишектәрен ябып, көҙгөләрен ҡаплап ҡуйһалар, табыуы еңел булмаҫ ине. Хәҙер иһә үҙҙәренә үпкәләһендәр”. Ул, карьерға төшөп, машинаһын йәшереп ҡуйҙы ла үҙе ҡаршы ярға үрмәләне. Буйы ике метрға яҡын, ҡалын, тос кәүҙәле Вәкил, карьерға арты менән тороп, салбарын сисеп маташа ине. Зарифҡа шул ғына кәрәк. Ҡалғаны “дело техники”, “афған”ды юҡҡа ғына үтмәгән бит ул!
— Ул саҡта беҙ былай эшләйбеҙ, “ҡайнағалар”. — Зариф тыныс ҡына тегеләрҙең сиселгән ҡайыштарын алды, бәкеһе менән салбар төймәләрен киҫеп, кеҫәләренә тыҡты. Төшөп китмәһен тип “әтәстәр” салбарҙарына тотондо. Икеһенең дә ҡулдарын инормаркаға шаҡарып бәйләп, үҙ машинаһын өҫкә алып менде.
— Гөлбикә, — тине ул, кәләшен ҡосаҡлап, — һин машина йөрөтә беләһеңме?
— Әтейем иҫән сағында әҙ-мәҙ өйрәткәйне. Уға хәҙер күпме ғүмер үткән, онотоп та бөткәнмендер инде.
— Ул саҡта мин “Нива”ны трос менән иномаркаға тағам, һин рулде борғолап, тормозона баҫа-баҫа ғына барырһың. Яныңа ҡулдары бәйле Йәғәфәр ултырасаҡ. Ҡара, улай-былай ҡыбырлай башлаһа, сигнал бир. Ә мин был амбалды эргәмә аласаҡмын. Ә һеҙ, күгәрсенкәйҙәрем, ҡасыу тураһында башығыҙға ла килтермәгеҙ. Юғиһә аяҡһыҙ ҡалырһығыҙ. — Ул ҡултыҡ аҫтындағы кобураһынан пистолетын тартып сығарҙы ла тегеләрҙең танауына терәне. — Уҡығыҙ, нимә тип яҙылған унда?
Пистолет һабына: “Старшему лейтенанту Сабитову З.М. за проявленную храбрость при выполнении особого задания правительства СССР. Октябрь 1984 года”, — тип алтын хәрефтәр менән яҙылған аҡ ҡорос пластинка беркетелгәйне.
— Әгәр ҙә Гөлбикә менән бер-бер хәл була ҡалһа, — тине Зариф етди рәүештә, — икегеҙ ҙә төрмәгә ултыра инегеҙ. Ярай, бәхетегеҙ, килеп өлгөрҙөм. Был пистолетты миңә үҙемде һәм туғандарымды һеҙҙең кеүек әтрәгәләмдәрҙән һаҡлау өсөн бүләк иттеләр. Аңлашылдымы?
“Нива”ны инормаркаға трос менән эләктергәс, машиналар оло юлға сыҡты. Аҡбүләк ауылына етәрәк Зариф туҡтаны ла “әтәс”тәрҙе төшөрҙө.
— Хәҙер, — тине ул, — бәләкәй генә кәмит ойошторабыҙ. — Ул Фазыловтарҙың һыңар ҡулдарынан машина тотҡаһына бәйләне. — Ауылды сыҡҡансы шулай бараһығыҙ. Кешеләр кемлегегеҙҙе күреп ғибрәт алһын, исмаһам. Киләсәктә уларға ла фәһем булыр.
Ике бер туған Фазыловтарҙың салбарҙарын тотоп, машина эргәһенән барыуҙарын күреп, бар халыҡ урамға һибелде. Мөғжизәнең әтнәкәһен Ғәлләметдин ҡарт һөйләп биргәс, ихахайлап көлөүҙән ауыл күтәрелеп китә яҙҙы. Ҡарт-ҡоро, бисә-сәсә иһә үҙ һеңлеләрен мәсхәрәләргә маташҡан Фазыловтарға ләғнәт уҡып, биттәренә төкөрөп китә. Ошо хәлде ишетеп, күрше ауылдан Сәлиха ла машинаһында килеп етте һәм хурлыҡлы процессияны туҡтатмаҡсы булып, “Жигули”һын юлға арҡыры ҡуйғайны, ҡеүәтле иномарка уны бер төртөүҙән үк канауға бәреп төшөрҙө.
Ауылды сыҡҡас, Фазыловтар йәнә кабинаға кереп ултырҙы.
— Һиңә, майор, был кәмитең бушҡа үтмәҫ, — тип һүҙ башлағайны Вәкил, Зариф уны шунда уҡ туҡтатты.
— Мин уны бик яҡшы беләм. Тик 20–25 йылдан һуң ғына алырһың үсеңде, ә уға тиклем кем бар ҙа кем юҡ. Эштең бөгөнгөһө ҡиммәт.
— Мин ултырһам да, улым ҡала. Ул үс аласаҡ.
— Ә минеке өсәү. Уға Гөлбикәнең ике улын да ҡушһаң, байтаҡ булып китә түгелме? Беренсе улы милицияла эшләй. Ҡолағыңа киртеп ҡуй, улыңа ла әйтеп ҡалдыр — ул элекке пограничник. Иң яҡшыһы шул: Гөлбикәнән ысын күңелдән ғәфү үтенәһегеҙ. Бәлки, әтейегеҙ иҫтәлегенә, инәйегеҙ хөрмәтенә ыҡҡа килеп, эште тәрәнгә ебәрмәҫ.
Алда, район үҙәге уртаһында, эске эштәр бүлегенең ҡыҙыл ҡыйыҡлы ҙур бинаһы күренде...
Ул көн район суды бинаһы халыҡ менән шығырым тулғайны. Күптәр енәйәтселәргә иң ҡаты яза биреүҙе талап итте. Тик хөкөм ҡарарын сығарыу алдынан ғына ирле-ҡатынлы Зариф менән Гөлбикә Сабитовтарҙан судья алдына бер туған Фазыловтарҙы ғәфү итеүҙәре тураһында ғариза килеп ятты. Судья башта уң яҡтағы заседателгә, шунан һул яҡтағыһына боролдо ла, тәнәфес иғлан итеп, кәңәшмә бүлмәһенә йүнәлде. Оҙаҡ барҙы ундағы бәхәс, хатта шаулашып та алдылар. Ниһайәт, судья хөкөм ҡарарын иғлан итте. Сабитовтарҙың ғаризаһын иғтибарға алып, Вәкилде — биш, бөтә был ығы-зығының инициаторы Йәғәфәрҙе ете йылға хөкөм итергә, тип яҙылғайны унда. Шартлы рәүештә.
Вәкил суд залында уҡ Зарифты ҡосаҡлап иланы ла:
— Ғәфү ит, кейәү. Йәғәфәр ахмаҡтың һүҙен тыңлап, әрәм була яҙҙым. Үс алыу тураһындағы һүҙҙәрҙе онот, зинһар! — тине лә шунда уҡ артҡы тәҙрәһеҙ машинаһына ултырып, йәшәгән ҡалаһына сапты. Йәғәфәр иһә ауылда ла, районда ла бүтән күренмәне. Тик күрше-күлән генә уның бишенсе бисәһе менән Себер яҡтарына китеүе тураһында тел сарлап алды ла онотто.
Бер йылдан һуң Гөлбикәнең уртансы улы ла, урта мәктәпте тамамлап, Бөрө педагогия академияһына, ә ҡыҙы Фәриҙә Өфө кооператив техникумына уҡырға керҙе. Алтынсы бисә менән көн күргән аталарынан ситтә иркен, тыныс тормош башланды улар өсөн.
Тағы ла бер яңылыҡ: майор Зариф Сабитов — район хәрби комиссары урынбаҫары, Гөлбикә район мәҙәниәт һарайы директоры итеп үрләтелде.
Ризван ХАЖИЕВ.
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/y-sh-yesh/M-sh-r-554613/
Читайте нас: