+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2020, 01:00

Тәбиғәт мөғжизәләре

Ошо ял көндәрендә тыуған яҡтарға ҡайтып, районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Асылыкүл буйҙарында йөрөп, күңелгә ял алып ҡайттыҡ. Бәләкәй генә сәйәхәтебеҙ ваҡытында юлда осраған тәбиғәт мөғжизәләре тураһында гәзитебеҙҙең сайтында уҡый алаһығыҙ.

Районыбыҙҙың ғорурлығы, йөҙөк ҡашы булған Асылыкүл йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә лә матур, йәмле. Бөгөн дә ул беҙҙе зәңгәр күктәге көләс ҡояштың ихлас йылмайыуы һәм һоҡланғыс тыныслыҡ менән ҡаршы алды. Инде унда ныҡлы боҙ ҡатламы барлыҡҡа килгән. Ул быйыл ниндәйҙер ғәжәйеп формаларға инеп туңған. Фотоларҙан боҙҙоң ниндәй булғаны бик яҡшы күренмәй, әлбиттә (уларҙың сифаты өсөн ғәфү үтенәм, ҡыҙғанысҡа күрә, фотолар төшөрөү оҫталығы юҡ). Уның өҫтөнән атлағанда, ниндәйҙер сихри аждаһа өҫтөнән барғандай хис иттек үҙебеҙҙе. Һәм тағы ла бер ғәжәйеп күренеш хайран ҡалдырҙы. Асылыкүл һыуы быйыл ниңәлер, үҙенең ярында урынлашҡан ике ауыл Советы араһындасерле сик ҡуйғандай туңғайны. Был хәлдең нилектән булғанын бер нисек тә аңлата алманыҡ (бәлки уҡыусыларыбыҙ аңлатыр, тип көтөп ҡалабыҙ).
Артабан Алға ауылы быуаһында ла йөрөп сыҡтыҡ. Ундағы матурлыҡ та хайран ҡалырлыҡ ине. Быуа һыуҙары Байҡал күленең һыуҙары кеүек сихри формаларға инеп, туңған. Баҡтиһәң, бындай матурлыҡты тыуған яғыбыҙҙың бәләкәй генә быуаһында ла күрергә була икән.Үтә күренмәле быяла һымаҡ боҙ аҫтынан ылымыҡтар күренеп ултыра, һауа бөртөктәре ниндәйҙер ғәжәйеп һүрәттәр төшөргән. Бер һүҙ менән әйткәндә, тәбиғәт һоҡланып туймаҫлыҡ мөғжизә тыуҙырған.
Тәбиғәт - ул серле әкиәт иле,
Һоҡланып та туймаҫ мөғжизә.
Етһен ине килер быуындарға
Сихри матурлығың, тәбиғәт!
Читайте нас: