-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2020, 23:00

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы:

"Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы көтөлә".Республикала һауа торошоноң ниндәй буласағы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Синоптиктар фаразлауынан һуң, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда һауа торошоноң боҙоласағы һәм дауыл буласағы тураһында иҫкәртә.
Иртәгә, 24 ноябрҙә, республикала көслө ел иҫеүе, уның тиҙлеге секундына 16 метр булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ -1...-6 градус, төнөн -5...-12 градус буласаҡ. Шулай уҡ ҡар яуыуы бар.
Кешеләрҙе хәүефһеҙлек сараларын күҙәтергә һәм реклама конструкциялары, электр бағаналары эргәһендә тормаҫҡа саҡыралар.
Читайте нас: