+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2020, 18:10

Дәүләкәндә тәүге шыршылар урынлаштырыла

Беҙгә ҡунаҡҡа килә...Дәүләкәндә тәүге шыршылар урынлаштырыла Ентекләберәк беҙҙең гәзиттең сайтынан уҡығыҙ

"Горкосервис" предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ҡала парктаында һәм майҙандарында Яңы йыл шыршыларын урынлаштыра башланы.
Ошо көндәрҙә урман һылыуҡайы ҡала паркына йәм өҫтәне. Быға тиклем ул Титов урамындағы шәхси йорттарҙың береһендә йәшәүеләргә шатлыҡ өләшеп үҫә ине.
Бөгөн ҡалабыҙҙың Үҙәк майҙанында ла шыршы урынлаштырҙылар. Яңы йылдың төп символы Совет урамында үҫкән. Оҙаҡламай ул Яңы йыл геройына әйләнер. Уның эргәһендә байрам атрибуттары: тауҙары, лабиринттары һәм боҙҙан яһалған һындары менән әкиәт ҡаласығы барлыҡҡа килер.
Яңы йыл шыршыларын шулай уҡ "Ҡояшлы" паркында, ГНС һәм Ҡурмыш микрорайондарында, ҡаланың күп фатирлы йорттарының бер нисә ихатаһында урынлаштырыу күҙаллана.
Илҡөйәр Кәримова.
Автор фотолары.
Читайте нас: