+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2020, 17:00

Өй эйәһен һөт менән һыйла

Өй эйәһе барлығына ышанаһығыҙмы?Бөгөн – 24 ноябрь, уны һөт менән һыйлау көнө икән.

Борондан халҡыбыҙ өй, мунса, кәртә, урман, тау, һыу эйәһе барлығын инҡар итмәгән. Минең аңымда ул изге булып һынлана: әсәйемде һыйыр быҙаулағанда уята, солан ишеген асып-ябып, уяулыҡҡа өйрәтә ине, яҙлы-көҙлө өй таҙартҡанда яңы бешкән икмәк еҫтәре таратып, көс өҫтәгән саҡтары ла булды...
Шуға күрә был көндө уйлап сығарып бик шәп иткәндәр. Өйөгөҙ таҙа, бөхтә булһын, унда ҡот уйнап торһон тиһәгеҙ, ваҡыты-ваҡыты менән йорт эйәһен һөт йәки тәм-том менән һыйлағыҙ.
Автор: Гөлфирә Ҡарағужина.
https://yanshishma.rbsmi.ru/articles/bel-e-me-/y-ey-en--t-men-n-iyla-558400/
Читайте нас: